Ҡариҙел районының Сапаш ауылында ҡаргиҙәр менән "Нива" автомобиле юлды бүлешә алмаған.
Автомобилгә ошо ауылда йәшәгән 37 йәшлек ир идара иткән, ә ҡаргиҙәрҙә Ҡариҙелдән 27 йәшлек ир ултырған.
Башҡортостан ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡаргиҙәр һулға боролғанда, "Нива" ҡаршы һыҙатҡа сығып, уны урап үтмәксе булған. Һөҙөмтәлә бәрелеш була.
"Ҡаргиҙәрҙәге ирҙең транспортҡа идара итеү таныҡлығы ла булмай, транспорты ла махсус теркәлмәгән. Юл фажиғәһендә ул ныҡ ҡына ҡаза күрә, төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла", - тип белдерәләр ведомствола.
Әлеге мәлдә полиция хеҙмәткәрҙәре был юл-транспорт ваҡиғаһын тикшерә.
Документтарың да булмай тороп, нимәгә был транспортта юлға сығырға? Үҙенең дә, башҡа кешләрҙең дә ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып.
Фото: "Новости УФы и РБ".