Миәкә районына эш сәфәрендә төбәк Башлығы Радий Хәбиров, графигына үҙгәреш индереп, урындағы һөтсөлөк комбинаты хеҙмәткәрҙәре менән осрашты.
“Белое облако” тигән исем аҫтында һөт ризыҡтары сығарған комбинат әле етди ҡыйынлыҡ кисерә. Завод директоры Әмир Исхаҡов әйтеүенсә, әйләнештә аҡса етмәгәнгә күрә, етештереүҙе туҡтатырға тура килгән, завод ун көндән ашыу эшләмәй, продукция сығармай. Комбинат хеҙмәткәрҙәре төбәк етәксеһенән ярҙам һораны. Әле предприятиела 150-гә яҡын кеше эшләй.
Радий Хәбиров был проблеманы шәхсән контролгә алырға вәғәҙә итте. Ул район башлығын һәм завод директорын инициативалы төркөм вәкиле менән бергә “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы.
– Мәсьәләне хәл итеп, һөтсөлөк комбинатында етештереүҙе яйға һалыу юлын эҙләйәсәкбеҙ. Предприятие эшмәкәрлеге тергеҙелергә, кешеләр эш урынына кире ҡайтырға, хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс бар икән, ул мотлаҡ түләнергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Республикала “Ауыл тренеры” программаһына үҙгәрештәр индереү күҙаллана. Әле программаға ярашлы, ауыл ерендә эшләгән 100 тренерҙың һәр ҡайһыһына йыл һайын 600 мең һум аҡса түләү ҡаралған. “Миәкә” спорт-һауыҡтырыу комплексы етәкселәре менән аралышыу барышында төбәк Башлығына был гранттарҙың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәрендә эшләгән тренерҙарға бирелмәүе тураһында белдерҙеләр, сөнки улар Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ҡарамағына инә, ә аҡса Мәғариф министрлығы нигеҙендә бүленә икән.
– Беҙ программаға үҙгәреш индерәсәкбеҙ. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәрендә эшләгән тренерҙар ҙа был грантты мотлаҡ алырға тейеш, – тине Радий Фәрит улы.
Спорт-һауыҡтырыу комплексында республика Башлығы ошонда тренер булып эшләгән 2019 йылғы көрәш буйынса донъя чемпионы Айгиз Зәйнетдинов менән аралашты.
Һуңғы дүрт йылда Миәкә районында урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса 46,1 миллион һумлыҡ 58 проект тормошҡа ашырылған. Атап әйткәндә, мәктәптәр, балалар баҡсалары, юлдар, зыяраттар, ял паркы төҙөкләндерелгән, һыу селтәрҙәренә капиталь ремонт яһалған, янғын һүндереү машиналары, ҡорамалдар һатып алынған.
Төҙөкләндереү эштәре тамамланған Ғәлләнур Бохараев исемендәге ял паркында Радий Хәбиров урындағы халыҡ менән аралашты, башҡарылған эшкә ыңғай баһа бирҙе.
Артабан төбәк етәксеһе Миәкә балыҡ компанияһына юлланды. Бында ул компанияның сауҙа селтәрҙәре менән нисек эшләүе, продукция тәьминәте менән ҡыҙыҡһынды. Радий Хәбиров балыҡтан ауыҙ итте, уны бик оҡшатты.