Йәмғиәт
28 Января 2020, 15:30

Тамырҙарыңды белгең киләме?

“Башархив” республика халҡына үҙенең тыуған яғы һәм ата-бабаһы тарихын яҡшыраҡ өйрәнергә ярҙам итә. Был проект артабан да үҫешәсәк, башҡа тарихи документтар ҙа донъя күрәсәк.

Үҙеңдең тамырҙарыңды беләһеңме? Был мөһим эштә “Башархив” (http://basharchive.ru/) ярҙамға килә. Был үҙенсәлекле сервис Башҡортостан халҡына 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың сканировать ителгән карточкаларын ҡарау мөмкинлеге бирә. Мәғлүмәттәр Өфө губернаһының биш өйәҙе буйынса бар (ул хәҙерге Башҡортостандың күп райондарын үҙ эсенә индергән).
1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу архивы илдең биш төбәгендә генә һаҡланған. Улар араһында беҙҙең республика ла булыуы шатландыра. Әлеге портал ярҙамында асыҡ ҡулланылышта 5740 үҙенсәлекле документ урын алған.
Проект ярҙамында ата-бабаларыбыҙ тарихын белергә, уларҙың көндәлек тормошон күҙ алдына баҫтырырға мөмкин. Был проект шулай уҡ генеалогик тикшеренеүҙәрҙе популярлаштырыуға ла йүнәлтелә.
Иҫәп алыу ваҡытында һәр ғаиләгә ихата карточкаһы булдырылған һәм мәғлүмәттәр теркәлгән. Унда хужалыҡтар һаны, ғаилә составы, ниндәй һәм күпме баш мал барлығы, ер майҙаны, сәсеү ере майҙаны, ауыл хужалығы инвентары һәм башҡа мәғлүмәт тупланған.
“Башархив” республика халҡына үҙенең тыуған яғы һәм ата-бабаһы тарихын яҡшыраҡ өйрәнергә ярҙам итә. Был проект артабан да үҫешәсәк, башҡа тарихи документтар ҙа донъя күрәсәк.
Фото: Бәйләнештә.
Читайте нас