Өфөлә Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.
Эш былай була. Төркөм старостаһы уға 12 студенттың зачет кенәгәләренә яҡшы билдә ҡуйыу шарты менән 24 мең 500 һум аҡса тапшыра.
“Аҡса алғас уҡытыусы студенттарҙың белемдәрен тикшереп тә тормай, зачет кенәгәләренә билдә ҡуя. Ниндәй билдә алыуға ҡарап, ришүәт күләме бер меңдән өс меңгә тиклем тәшкил итә”, - тип хәбәр итәләр БР Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Аҡса алған ваҡытта ҡулға алынған 55 йәшлек ришүәтсе ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла, ул үҙенең ғәйебен тулыһынса таный. Енәйәттең сәбәбен асыҡлау буйынса тәфтиш эше дауам итә.