

Шакир ағай пенсияла булһа ла, эшләп йөрөй. Пенсияһы ла һәйбәт, ойошмала бүлек мөдире вазифаһын башҡарғас, хеҙмәт хаҡы ла яҡшы. Үҙе лә егәрле булғас, ҡала ситендәге ике ҡатлы ҙур өйҙә йәшәй. Бынан тыш, тағы фатиры бар, уны ҡуртымға бирәләр. Ә инде берҙән-бер улдары күптән Мәскәүҙә йәшәй.
Шакир ағайҙың сәйер бер холҡо бар. Һәр ваҡыт нимәнәндер риза түгел. Илдәге сәйәсәт, хеҙмәт хаҡы, етәкселәр... Эшкә килгәс, йыш ҡына ул:
- Бөтә нәмә ҡыйбат, кисә магазинға инһәм, төгән ризыҡ шул сама тора, артабан нисек йәшәргә? - тип төрлө бүлмәләргә инеп “мохтажлығын” һөйләй.
Ағайҙың өҫ-башына иғтибар итмәүенә, әллә ҡасан алған әйберҙәрҙе кейеүенә лә аптырап ҡарайҙар.
Коллективта дүрт бала атаһы Айнар исемле егет тә эшләй. Ул ипотекаға фатир алған. Шаҡтай түләүҙәре бар. Шулай ҙа уның бер ваҡытта ла танауы төшөп, кемделер ғәйепләп йөрөгәнен күрмәҫһең. Бүтәндәрҙе шаяртып алырға ла онотмай, көләмәстәр һөйләп, көлдөрөп тә ала, театрҙарға, концерттарға йөрөй.
Был ирҙәрҙең ҡайһыһы бәхетле?