Был ҡатын мировой судьяларға тәғәйенләнгән 13,5 миллион һум аҡсаны урлаған!
Башҡортостандың Юғары суды республика буйынса Суд департаменты финанс бүлегенең элекке етәксеһенә ҡарата ғәйепләү ҡарарын сығарған.
“Сбербанк” йәмғиәтенең “Сбербанк Бизнес Онлайн” ситтән банк хеҙмәтләндереүе системаһы паролен һәм логинын белгән ҡатын 2011 йылдың мартынан 2017 йылдың декабренә тиклем мировой судьяларға түләү өсөн тәғәйенләнгән аҡсаны үҙенең иҫәбенә күсерә барған.
Ҡатын үҙ ғәйебен таныған. Ул өс йылға иркенән мәхрүм ителгән.
Элекке хеҙмәткәр шулай уҡ Суд департаментына 13 миллион 555 мең һум күләмендәге аҡсаны кире ҡайтарырға тейеш.