Был аяныслы ваҡиға детектив кино сюжетын хәтерләтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәлдәр тормошта ла осрап тора шул.
Декабрь айында үҙ фатирында 65 йәшлек ҡатындың үле кәүҙәһе табыла. Тәүтикшереүҙәр бер ниндәй ҙә криминал эҙен тапмай. Әммә мәрхүмәнең ҡустыһы фатирҙан бер нисә ҡиммәтле әйберҙең юғалғанын белдерә. Шул саҡта судмедэкспертиза ҡатындың быуып үлтерелгәнен асыҡлай.
Енәйәт эше ҡуҙғатыла. Тәфтишселәр енәйәт урынын ентекле тикшерә, видеокамералар яҙмаларын өйрәнә, ҡатын аралашҡан кешеләр менән әңгәмәләшә. Һөҙөмтәлә 53 йәшлек Өфө кешеһенә ҡарата шик тыуа. Ошо көндәрҙә уны ҡулға алалар.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, ғәйепләнеүсе енәйәт ҡорбаны менән күптән түгел таныша һәм уға ҡунаҡҡа килә. Ни сәбәптәндер ике арала янъял сығып, ир ҡатынды быуып үлтерә һәм фатирҙан уның ҡиммәтле тунын, биҙәүестәрен, планшет компьютерын алып ҡаса.
Енәйәтсенең фатирын тикшергәндә урланған әйберҙәр табыла, ҡатындың ҡиммәтле тунын ул ломбардҡа залог итеп ҡалдырған була.