Йәмғиәт
30 Января 2020, 16:55

Бур уҡыусыны фашларғамы, юҡмы?

Ә һеҙ был хәлдә кем яҡлы булыр инегеҙ?

Өфө мәктәптәренең береһендә бер ҡыҙҙың курткаһы кеҫәһендә ҡалдырылған банк картаһы юҡҡа сыға. Күп тә үтмәй уның атаһының телефонына картанан аҡса тотонолоу тураһында смс-хәбәрҙәр килә башлай.
Атай кеше башта “Макдоналдс”, “KFC” кеүек кафеларҙан ризыҡ һатып алыусыны ҡыҙы тип уйлай, әммә тиҙҙән картаның юғалғаны асыҡлана. Ир смс-хәбәрҙәге ваҡытҡа, сауҙа нөктәһе тураһындағы мәғлүмәткә таянып, кафелағы видеояҙма ярҙамында бурҙы асыҡлай: ул ошо уҡ мәктәптең уҡыусыһы булып сыға.
Ул әлеге хәл хаҡында, “осло ҡуллы” уҡыусының исемен күрһәтмәйенсә, мәктәптең һәм кластың чатында яҙып сыға, полицияға ғариза менән барасағы хаҡында әйтә. Ата-әсәләр икегә бүленә: берәүҙәр атайҙы хуплай, бур мотлаҡ яза алырға тейеш тип иҫәпләй; икенселәр иһә баланың яҙмышына мәрхәмәтлек күрһәтергә, бер юлға кисерергә, уның киләсәген тапламаҫҡа өндәй. Ә һеҙ был хәлдә кем яҡлы булыр инегеҙ?
Фото: iz.ru
Читайте нас