Кисә әбйәлилдәр Асҡар мәҙәниәт йортонда үткән йылды оҙатып, ағымдағыһын ҡаршылап, йыл йомғаҡтарын барланы. Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәхмәт хаттары тапшырҙы, үткән йылға йомғаҡ яһаны, быйыл эшләнәсәк эштәр менән таныштырҙы.
Хеҙмәт алдынғылары араһында райондың үҫешенә тос өлөш индергән фермерҙар һәм эшҡыуарҙар, уҡытыусылар һәм табиптар, эшселәр һәм етәкселәр ҙә бар ине. Уларҙың һәр береһе маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ.
Сараны Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың моңло йырҙары һәм Учалы дәүләт филармонияһы артистарының сағыу концерт номерҙары, район һәүәҫкәрҙәренең дәртле бейеүҙәре биҙәне.
Фото: "Абзелил" гәзите сайтынан.