Силәбе өлкәһенең Учалы менән сиктәш Үрге Урал районында 2018 йылдан барған тәфтиш тамамланып, ошо көндәрҙә суд процесы башланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, учалыларға ла тура ҡағылышлы, шуға ла ентекләп яҙабыҙ.
Үрге Урал ҡалаһында 2001 - 2016 йылдарҙа араҡы-ликер заводы эшләгән була. Һуңынан ябыла, әммә бөтә ҡорамалдар консервацияланып урында ҡалдырыла.
Өс мут пенсионер ҡатын башбаштаҡлыҡ ҡылып шул заводты йәнә сафҡа индерә, урындағы кешеләрҙән эшселәр ҙә яллай. Тотош заводтың эшмәкәрлек алып барыуы хоҡуҡ һаҡлау органдарының иғтибарынан нисек ситтә ҡалғандыр, уныһы билдәһеҙ. 2017 йылдың ноябренән 2018 йылдың мартына тиклемге осорҙа 40 меңдән ашыу шешә араҡы етештерелә һәм сауҙаға сығарыла. Тағы ла 90 мең шешә тултырылыу өҫтөндә була, әммә полиция ҡыҫылыуы ғына кәртә ҡуя.
Мут ханымдар өс енәйәт статьяһы буйынса ғәйепләнде: айырыуса ҙур күләмдә келәймә һуғылмаған алкоголь продукцияһы етештереү, маркировка өсөн күрәләтә ялған махсус маркалар (акциз билдәһе тураһында һүҙ бара) ҡулланыу һәм законһыҙ рәүештә сит тауар билдәһен файҙаланыу.
Был спиртлы эсемлек шәрәмәтенең сифатын бер кем дә тикшермәй, әммә хөкүмәт билдәләре менән һатылғас, күптәр шикләнмәйенсә һатып алғандыр инде. Суррогат араҡынан күпме кешенең һаулығына зыян килгәндер, күпме ғәзиз ғүмерҙәр ҡыйылғандыр... уйлауы ла ҡурҡыныс.
(“Яйыҡ” гәзите сайтына таянып әҙерләнде).