Республикала еңел сәнәғәтте күтәреү һәм тармаҡ өсөн 1,5 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәге хаҡында белдерҙе төбәк етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн Өфөлә үткән “ЛегПром-2020” форумында.
"Торатау” конгресс-холында "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы үткән сарала республикабыҙҙың еңел сәнәғәте өлкәһе уңғандары етештергән тауарҙар менән танышырға мөмкин ине. Тәүҙә ул секцияларҙа үтте. Етәкселәр, белгестәр, эшҡыуарҙар республиканың мөһим өлкәһе һаналған тармаҡтың бөгөнгө торошо, үҫеш мөмкинлектәре, көн ҡаҙағындағы проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында фекер алышты.
Пленар ултырышта Радий Хәбиров 2024 йылға тиклем еңел сәнәғәт тармағын үҫтереүҙең комплекслы планында ҡаралған хәл итәһе мәсьәләләр хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, етештереү күләмен ике тапҡырға арттырыу бурысы ҡуйылған. Быны бойомға ашырыу өсөн Радий Фәрит улы шаҡтай ярҙам саралары бүленәсәген белдерҙе.
Төбәк Башлығы шулай уҡ ҡоролмаларҙы яңыртыу төп маҡсатлы эштәрҙең береһе булыуын, быйыл бының өсөн 50 миллион, киләһе йыл 100 миллион һум аҡса тотоноласағын әйтте. Шулай уҡ ошо юҫыҡта предприятиеларға инвесторҙарҙы әүҙемерәк йәлеп итеү кәрәклеген иҫкәртте.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.