Башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыһы Радик Юлъяҡшиндың шәхси тормошо бөгөн күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Йәш ҡыҙҙар араһында ҙур популярлыҡ яулап өлгөргән артист егеттәрҙең өйләнмәүе лә ошо популярлыҡ менән бәйлелер, бәлки.
Һуңғы ваҡытта интернет селтәрендә Радиктың йөрөгән ҡыҙы барлыҡҡа килеүе хаҡында хәбәрҙәр таралды. Йырсы егет быны үҙе лә йәшермәй, социаль селтәрҙәрҙә ике парҙың фотолары йыш осрай.
Радик Юлъякшиндың йәше 31-гә табан бара, әммә һаман булһа өйләнеү хаҡында һүҙ сығарғаны юҡ. Әммә бер интервьюһында ул өйләнмәүенең сәбәбен хеҙмәт юлына бәйле булыуын әйтте. Elvin Grey проекты контракт буйынса эш итә, һәм ошо килешеү нигеҙендә йырсы егет 33 йәшкә тиклем өйләнмәйәсәк. Радиктың һүҙҙәренә ҡарағанда, уға ҡыҙҙар менән йөрөү тыйылмай, әммә әлегә өйләнергә ярамай икән.
Ә бит ҡыҙҙар яратҡан йырсыларының ғүмерлек юлдашы итеп кемде һайлауын көтә... Шулай ҙа бына тигән башҡорт йырсыһы кәләшһеҙ ҡалмаҫ, моғайын.