Танышымдың улының үле кәүҙәһен туғыҙ ҡатлы йорт янында тапҡандар. Һәләкәт урынында кеҫә телефонынан тыш бүтән бер әйбер ҙә булмаған. Еңел һәм ыҫпай кейенгән. Берәй яҙыу-фәлән ҡалдырмағанмы тип, кейемен тентегәндәр. Юҡ, хатта кеҫәһе лә булмаған. Үҫмерҙе яҡындан яҡшы белмәйем, шулай ҙа спорт менән дуҫ булыуына, воркаутҡа ылығыуына һоҡлана торғайным.
Уны уҡытыусыһы бына нисек тасуирлай. “Һәр саҡ алда йөрөргә ынтылды. Бер генә миҫал. Балалар менән тәбиғәткә сыҡтыҡ, юлды ҡыҫҡартыу өсөн шырлыҡ аша тураға һыпырттыҡ. Унда ла алдан барҙы. Көтмәгәндә йылға менән осраштыҡ, уның аша сығырға кәрәк, әллә ни киң дә түгел инде. Кемдер йөҙөп сығыуҙы ҡайырҙы, икенселәр “һай урынды эҙләйек” тигән тәҡдим индерҙе. Ә ул иһә ҡайҙандыр ниндәйҙер ағас һөйрәп алып килеп, уның бер осон арғы ярға ташлап, күпер һалып та ҡуйҙы”, – тине ул.
Маңлайыңа яҙылғанды күрмәй сара юҡ, тиһәләр ҙә, 19 йәше лә тулмаған көйөнсә теге донъяға китеп бар әле. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Бер кем дә уны юғарынан ырғытмаған, суицид та түгел. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, бейек йорт башында, ҡыйыҡ ситенә генә баҫып тороп селфи эшләгәндә аҫҡа осҡан...
“Селфи” – инглиз һүҙе, “үҙемде үҙем” тигәнде аңлата. Был төшөнсә 2000 йылдар аҙағында барлыҡҡа килде, ваҡыт үтеү менән киң таралды. Ә хәҙер йәмғиәттә көндән-көн хәүеф тыуҙыра. Ҡулыңды алға һуҙып төшөрөү арҡаһында фотоларҙың үҙенсәлекле килеп сығыуы менән йәш-елкенсәкте йәшен тиҙлегендәй үҙенә ылыҡтыра. Шул иғтибарға лайыҡ, бер ҡасан да насар кәйефтә түгел, ә һәр саҡ дәртле һәм тормоштан ҡәнәғәт булып селфи төшәләр. Бөгөн ошо алымды ҡулланып, социаль селтәргә мәғлүмәт һалмаған йәштәрҙе табыуы ауыр. Кемдер өсөн ул – хобби, ә бүтән берәү уны тормошта шәхесен раҫлау мәғәнәһе итеп алған.
Берәй кисәне йәки осрашыуҙы тарихта ҡалдырыу традицияға ингән. Элек сиратлап фотоға төшөрә инек, шул сәбәпле кемдәрҙер карточкаға эләкмәне. Фотограф саҡыртҡанда ғына бергәләп тарихҡа инеп ҡала торғайныҡ. Ә хәҙер иһә, селфи заманында, береһенә лә инәлеү юҡ.
Рәсәй – тәүгеләр исемлегендә
Селфи арҡаһында ғүмере ҡыйылыусылар һаны буйынса илебеҙ нисәнсе урында? Донъя статистикаһы күрһәтеүенсә, был тәңгәлдә Һиндостан алдынғы, унан ҡала – Рәсәй, артабан исемлектә АҠШ килә. Быны белгестәр, беренсенән, менталитет менән бәйләй. Икенсенән, бәхетле осраҡты ҡулдан ысҡындырмау өсөн ниндәй генә аҙымға бармайҙар. Ҡорбандар араһында мәктәп уҡыусыларының һәм студенттарҙың күплеге бигерәк тә аяныслы. Инвалид булып ҡалыусыларҙың иҫәбе-һаны юҡ.
Бөтә Һиндостан медицина институтының (AIIMS) ғалимдары биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һуңғы бер нисә йылда ғына фронталь камерала фотоға төшкәндә 300-гә яҡын кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. Мәрхүмдәрҙең уртаса йәше 23 тип күрһәтелгән. Үлемдең бындай юғары күрһәткесен Һиндостанда 30 йәшкә тиклемге йәштәрҙең күплеге менән аңлаталар.
Менталитет тигәндән, беҙҙә барыһы ла осраҡлы уңышҡа ышаныуға ҡайтып ҡала. “Бәлә мине урап үтәсәк”, “тиҙ генә фото төшәм дә” тигән уйҙар упҡын ситенә килтерә лә, унан инде магниттай үҙенә тартып та ала. 19-23 йәш – йәштәр өсөн үҙеңде күрһәтеп ҡалыу осоро. Улай ғына ла түгел, эксперимент яһау өсөн иркенлек мәле. “Йәштәштәрем араһында нисек билдәлелек яуларға, абруй ҡаҙанырға?” Ошо уй күңелдәренә тынғылыҡ бирмәй.
Бөгөн яңғыҙ фото төшөп, уны интернет киңлегенә “осороу” модаға ингән. Үҙеңдең артыңдан һәр саҡ кемделер эйәртеп йөрөтөү мөмкин түгел. Был осраҡта әлеге лә баяғы селфи ярҙамға килә. Ҡайҙа ғына фотоға төшмәйҙәр – эш кабинеты, йоҡлаған түшәк, ял урыны, шул уҡ тәбиғәт ҡосағы һәм башҡа ерҙәр. Тәбиғәт ҡосағы тигәндән, ул һәр ваҡыт мәрхәмәтлек күрһәтмәй. Мәҫәлән, Фаягөл Бикмөхәмәтованы тыңлайыҡ.
– Бәлә – баш, ҡаза ҡаш өҫтөндә, – тип башланы һүҙен әңгәмәсем, күҙ йәштәренә ирек ҡуйып. – Илнарҙы юғалтыуыбыҙға ике йыл ваҡыт үтһә лә, һаман да күңел ярабыҙ уңалмаған, ғәзизебеҙҙе юҡһынабыҙ. Уны ирем менән яңғыҙ ғына үҫтерҙек. Атаһы һөнәре буйынса – токарь, улыбыҙ тиҫтерҙәренән кәм-хур күренмәһен тип, көн-төн тир түкте. Заводтан ҡайтыр ҙа мәктәпкә йүгерер ине, унда ҡарауылсы булды. Мин дә эштән һуң башкөллө донъя мәшәҡәттәренә сумдым. Аш-һыу хәстәрләү, кер йыуыу, кейем-һалым үтекләү кеүек бурыстар минең өҫтә, ҡыҫҡаһы, ғаилә усағын һаҡларға тырыштым.
Әсә кеше һөйләүенсә, X класта уҡығанда улы ныҡлап фотография менән ҡыҙыҡһына башлаған, шул уҡ ваҡытта селфиға ылыҡҡан. Йоҡо бүлмәһендәге тотош стенаны үҙе төшкән фотоһүрәттәр менән биҙәгән. Ниндәй генә ҡиәфәттә тарихҡа инеп ҡалмаған – ағас башына менеп тә, күпер ситендә лә, теплоходта ла, балконда ла, завод торбаһында ла, йылға уртаһында ла, автомобилдән башын сығарып та...
– Бүтән ата-әсәләргә бала ҡайғыһы күрһәтмәһен, иң ауыры шул, – тип тамамланы ул һүҙен. – Ҡая ғына башына етте, ҡая ғына. Бейек тауҙың башына менеп, текә урында селфи эшләмәксе булған, ләкин аяғы баҫып торған таштан тайып, түбәнгә тәкмәсләгән. Ундай ҡурҡыныс урындарға бармаһын өсөн әрләп тә бөттөк, тыңламаны.
Сираттағы геройым – электричка вагонының башына баҫып селфи төшкәндә ҡолап, хәҙер инвалид коляскаһында ултырған 18 йәшлек Вадим менән һөйләшәбеҙ. Унда юғары электр тогы, өҫтәүенә тотонорлоҡ бер нәмә лә юҡ икәнен белһә лә, ул шундай ахмаҡ аҙымға барған. Әлбиттә, ныҡ үкенә, әммә терһәк йыраҡ, тешләрлек түгел.
Ул кискә табан тыуған яҡтарына ҡайтыу маҡсатында “Өфө – Абдулла” маршрутын хеҙмәтләндергән электричкаға ултырған. Кеҫә телефонында уйнап туйғас, фоторәсемдәрен ҡайтанан ҡарап сыҡҡан. Быға хәтлем күп урында фотоға төшкән. Иң оҡшағаны – яҙғы ташҡында ағып барған боҙҙағыһы. Һүҙ ҙә юҡ, күңеле елкенгән, йәнә ниндәйҙер яңылығы менән шапырынырға ынтылған. Шул ваҡытта башына шундай уй килгән: “Бәй, эңерҙә бер ҡасан да селфи төшмәгән дәбаһа!” Форсаттан файҙаланып, тәүҙә тәҙрәнән башын сығарып кадр эшләгән дә интернетҡа һалған. Бынан ҡәнәғәт ҡалмайынса, шул тәҙрә аша өҫкә үрмәләгән. Бер нисә тапҡыр үҙен кадрға эләктергән, эй ҡыуанған! Электричка бәйге аты һымаҡ ярһып алға сапҡан. Машинист ни сәбәптәндер ҡапыл тиҙлекте кәметкәндә, ул өйөрөлә-сөйөрөлә аҫҡа тәгәрәгән. Ярай, тәгәрмәстәр аҫтында ҡалмаған. Ныҡ имгәнгән, табиптар уның ғүмере өсөн байтаҡ көрәшкән.
– Үҙемде фотоға төшөргәндә үлем түгел, ә социаль селтәрҙәге дан тураһында уйланым, – тине ул.
Кран башынан ҡолап төшөп тә иҫән ҡалған бер үҫмер ҡыҙҙың һөйләгәндәре иҫ-аҡылды китәрә. Тәүәккәл, әммә аҡылһыҙ аҙымға барырға мөхәббәт сәбәпсе булған. Танауына еҫ ингән йәштәрҙең мәктәп йылдарындағы дуҫлығы ҡайнар мөхәббәткә әүерелгән. Икеһе лә студент шатлығын кисергән. Билдәле, бында ҡыҙҙар ҙа матурыраҡ, егет бүтән берәүгә ғашиҡ булған. “Мин уға ҡарағанда сибәр, өҫтәүенә ҡыйыу!” тигән мин-минлек һылыуҡайҙың күңеленә тынғылыҡ бирмәгән.
– Кран башына таң алдынан мендем, ул төҙөлөш майҙансығында ине, – ти танышым. – Ҡала ус төбөндәгеләй асыҡ күренә, ул аҡ юрғанға төрөнгән. Ана, беҙ йәшәгән йорт, уң яҡта – туған мәктәбем, һөйгәнем менән шунда танышып, бәхетле йылдарыбыҙҙы үткәрҙек. Төрлө яҡтан үҙемде фотоға төшөрә башланым. Һәм көтмәгәндә...
Шулай татлы уйҙарға сумып, селфи яһағанда, ҡоролма һелкенгәнме, әллә саҡ ҡына бәүелгән кран осо ҡолап барғандай тойолоп, башы әйләнгәнме – батыр ҡыҙ ергә осҡан. Бәхетле осраҡ, йорттарҙы йылытыу өсөн ҡулланылған ҡатлы-ҡатлы ятҡан йомшаҡ йылытҡыс материал өҫтөнә төшкән өсөн генә иҫән ҡалған. “Күлдәктә тыуған” ҡыҙ тигән исем ҡушҡан төҙөүселәр.
Социаль селтәргә һалған һәр фотоһына “лайыҡ” ҡуйыусыларҙың күп булыуы тураһында ниндәй генә йәш-елкенсәк хыялланмай!
Өс тиҫтә йыл тирәһе ғүмерен мәктәп менән бәйләгән Ғәйшә Исламбаева билдәләүенсә, айырыуса һуңғы ваҡытта егет һәм ҡыҙҙарҙа “мин – беренсе!” тигән принцип өҫтөнлөк алған. Уҡыусыларҙың һәр береһе ниндәй ҙә булһа төркөмдә алдынғылыҡҡа ынтыла, бүтәндәр араһында башлыҡ ролен үтәргә теләй.
– Улар бының өсөн ниндәй генә юлды һайламай, – тип дауам итә һүҙен уҡытыусы. – Һаман да иҫемдә, башын тоҡомло эттең ауыҙына тығып төшкән фото буйынса берәү алдынғы ине. Дүрт аяҡлы дуҫы быҙау шикелле бит әле. Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында күпме кешенең йыртҡыс йәнлектең ҡорбанына әйләнеүе ике ятып бер төшөнә лә инмәүе үкенесле. Ә был егетебеҙ байтаҡ ваҡыт геройға әйләнеп, кинәнес алды. Балаларға, хәүефле урындарҙа селфи төшмәгеҙ, тип аңлатыу эшен алып барабыҙ. Йәштәрҙең ғүмере өҙөлөүен ишетеп йөрәк һыҡтай.
Балалар психологы Гәүһәр Ишҡыуатова әйтеүенсә, ҡыҙ һәм малайҙарға был турала күпме генә ҡабатлама, ҡолағына ла элмәйҙәр. Шуға ҡарамаҫтан, тәрбиәүи эште даими алып барырға кәрәк.
Йәштәр араһында селфи, уңышлы образ булараҡ ҡабул ителә. Тимәк, тормоштан ләззәт табып йәшәй ул кеше. Аҡ пиармы ул, ҡараһымы, фотоңды күп кеше ҡараны икән, тимәк, һине күрәләр, үҙ сиратында, таныйҙар. Үҙеңде рекламалау тип тә аңларға мөмкин уны.
Акрофобиянан йыраҡ тороусылар селфи төшә. Фобия тигәндән, бөгөн йәш-елкенсәккә дисморфофобия тигән төшөнсә хас. Уларға үҙҙәренең тышҡы ҡиәфәте оҡшамай. Әйтәйек, ҡолаҡ ҡарпыш, танау картуфтай ҙур, күҙ ныҡ ҡыҫыҡ. Ә инде һимеҙлектән йәки артыҡ ябыҡлыҡтан кәмһенеүҙе телгә алыу ҙа артыҡ. Шуға күрә лә ситтәр ыңғай баһа бирһен тигәндән сығып, үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәтергә теләйҙәр. Нәҡ ошо йәштә тиҫтерҙәренең фекерен ишетеү – иң үтемлеһе. Шунан инде үҙ-ара ярыш башлана – кем матурыраҡ, ҡыйыуыраҡ, көслөрәк. Ә селфи төшөү – текә булыу өсөн, йәнәһе, иң уңайлы ысул.
Тағы бер нәмә. Көҙгөгә күберәк ҡарарға яратҡан кеүек, ҡатын-ҡыҙ үҙен йышыраҡ фотоға төшөрөргә әүәҫ, тиһәк тә, ул ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Йөҙ үлем осрағының 70 проценты ир-ат өлөшөнә тура килә. Ни өсөн? Баҡтиһәң, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, үҙен фотола кәүҙәләндереү менән көслө зат йышыраҡ мауыға. Иң аяныслыһы – шәп ракурс артынан ҡыуыусылар ҡылығының аяныслы тамамланырын уйламай...