Йәмғиәт
31 Января 2020, 18:40

Әсәйҙәрен өйҙән ҡыуып сығаралар...

Меҫкен ҡатын-ҡыҙҙы хатта үлгән ире менән бергә яндырғандар.

Әсәйҙән дә ҡәҙерлерәк кеше юҡ. Һәр кем мөмкин булғанса ғәзиз кешеһенә ҡәҙер һәм хөрмәт күрһәтә, ғүмеренең ахырына тиклем үҙен уға бурыслы тип тоя.
Ә бына башҡа илдәрҙә хәлдәр башҡараҡ икән. Мәҫәлән, АҠШ һәм ҡайһы бер Европа илдәрендә олоғайған ата-әсәне ҡарттар йортона алып барып тапшыралар. Һәм был норма һанала. Һиндостанда иһә хәлдәр бигерәк ҡурҡыныс. Был илдә өлкәнәйгән ҡатын-ҡыҙҙың күпселеге урам буйында тороп ҡала.
Ғөмүмән, Һиндостанда һәр ғаилә малай тыуыуын теләй, ҡыҙҙарын артыҡ яратмай, уларҙың бер хоҡуҡтары ла юҡ. Ә ирҙәре үлһә, балалары әсәһен өйҙән ҡыуып сығара.
Йолаларға ярашлы, тол ҡалған ҡатынға икенсе тапҡыр кейәүгә сығырға ярамай, сөнки был йортҡа бәлә алып килә. Шул уҡ ваҡытта тол ҡатын өйҙә йәшәргә лә тейеш түгел, йортҡа ҡарғыш төшәсәк. Ә бына тол ҡалған иргә нисә тапҡыр өйләнергә рөхсәт.
Әгәр ир кеше ҡатынынан иртәрәк үлә икән, тимәк, был ҡатындың гонаһтары өсөн шулай булған. Элегерәк, меҫкен ҡатын-ҡыҙҙы үлгән ире менән бергә яндырғандар хатта. Хәҙер, әлбиттә, быға уҡ барып етмәйҙәр, тик өйҙән ҡыуып сығаралар.
Тол ҡатын, хәле булһа, аҡ сари кейеп йөрөй. Тик йыш ҡына бөтөнләй кейемдәре булмай һәм урам буйында хәйер һорап ултырырға мәжбүрҙәр. Күптәр ғибәҙәтханаларға йәшәргә китә.
Әйткәндәй, бындай урындарҙың ҡайһы берҙәрендә тол ҡатындарға ярҙам иткән хәйриә ойошмалары эшләй. Уларҙы ашаталар һәм кейем бирәләр. Ҡайһы бер улдар килеп, әсәләренең хәлен белеп тә китә икән. Тик был һирәк була.
Әлбиттә, Һиндостанда бөтәһе лә шулай ҡырағай ҡыланмай. Цивилизация килеп еткән ҡалаларҙа ҡартайған әсәләре балалары менән йәшәй. Ә ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙға ауырға тура килә.
Эйе, Һиндостанда гүзәл зат булыуы - батырлыҡ. Әле илдә ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары өсөн премьер-министрҙары ла көрәшә башлаған, тик эш бик ырамай. Ҡырағай йолаларҙы йолоп алыу бигерәк ауыр шул...
Үҙебеҙҙең әсәйҙәргә оҙон ғүмер теләйек! Ҡәҙер-хөрмәтебеҙҙе күреп оҙаҡ йәшәһендәр!
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас