Йәмғиәт
31 Января 2020, 05:52

Тәҡдимдәр индерелә

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары йыйылып, ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе буйынса фекер алышыу үткәрҙе.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары йыйылып, ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе буйынса фекер алышыу үткәрҙе.


“Түңәрәк өҫтәл”дә Рәсәй һәм Баш­ҡорт­остан Йәмәғәт палаталары ағзалары һәм эксперттары, Башҡорт­остан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, башҡарма власть органдары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ғалимдар, политологтар ҡатнашты.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә Владимир Путин Конституцияға бер ни тиклем үҙгә­рештәр индерергә һәм уларҙы халыҡ иғтибарына сығарып, тауыш бирергә тәҡдим итте. Дәүләт башлығы шуға айырым иғтибар йүнәлтте: үҙгәрештәр Конституцияның төп нигеҙҙәренә ҡағылмай, шуға күрә улар парламент ярҙамында раҫлана ала.


Барлыҡ үҙгәрештәрҙең мөһимлеген һәм көнүҙәклеген иғтибарҙа тотоп, “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашҡан ке­ше­ләр үҙҙәренең тәҡдимдәрен индерҙе. Улар араһында эшһеҙлек буйынса пособиены арттырыу, Дәүләт Думаһы депутатлығына дәғүә итеү йәшен арттырыу, дәүләт идеологияһын ҡайтарыу, әхлаҡи цензура булдырыу һәм башҡалар бар.


Конституцияға бәйле барлыҡ тәҡдимдәр аҙна аҙағына тиклем йыйылып бөтәсәк һәм Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһына ебәреләсәк.


Фото: bashinform.ru
Читайте нас