29 ғинуарҙа кис күрше Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында Башҡортостан кешеһе вафат булған. Ул водитель булып эшләгән.
Ҡаланың автовокзалына тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" машинаһын саҡырталар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар 42 йәшлек иргә ярҙам итеп өлгөрә алмай, яҡташыбыҙ руль артында йән бирә.
Аҙаҡ билдәле булыуынса, Өфө - Түбәнге Новгород автобусы водителе, расписаниеға ярашлы, Яр Саллыла туҡталыш яһай, ул платформа янында туҡтарға өлгөрә. Яҡташыбыҙҙың үлем сәбәбе - йөрәк өйәнәге.
Ирҙең кәүҙәһен ҡала моргына оҙатҡандар. Суд-медицина экспертизаһы тикшереү үткәрәсәк. Әле "Башавтотранс" йәмғиәте был хәл буйынса хеҙмәт тикшереүе башлаған.
«Геннадий Я. рейс алдынан медицина тикшереүе үткән. Медицина хеҙмәткәре белдереүенсә, водитель һаулығына зарланмаған, үҙен яҡшы тойған, арығанлығы ла һиҙелмәгән", - тип белдергән "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры Нәҙир Самиев.
Мәрхүмдең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.