Йәмғиәт
1 Февраля 2020, 05:10

Әбдрәштәр әҙер!

Әбйәлилдә “Сәләмәт ауыл” конкурсы старт алды. Унда 11 ауыл ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Әбйәлилдә “Сәләмәт ауыл” конкурсы матур йолаға әйләнгән. Быйыл да районда ошо сараға старт бирелде.
Унда Әбдрәш, Иҫке Балапан, Һәйетҡол, Таҡһыр, Һамар, Ишҡол, Биҡҡол, Салауат, Ишбулды, Хәмит һәм Атауҙы ауылдары ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Ошо көндәрҙә әлеге ауылдар әүҙемселәренә конкурстың вымпелдары тапшырылып, ярыш саралары старт алды. Әбдрәш халҡы тәүгеләрҙән булып конкурс шарттарын үтәй башланы.
"Иңебеҙгә ҙур яуаплылыҡ алып, изге эшкә тотондоҡ. Сараны асыуҙа Үрге һәм Түбәнге Әбдрәш ауылдарынан 112 кеше ҡатнашты, - ти мәктәп директоры Рәзилә Дилмөхәмәтова. - Ойоштороу комитеты рәйесе итеп Лира Батыршина һайланды. Башланғысҡа имам-хатип Шамил хәҙрәт Хәсәнов үҙ фатихаһын бирҙе. Сәләмәт ауыл тигәс тә, гел генә спорт ярыштары уҙғарыу дөрөҫ булмаҫ. Был һүҙ үҙ эсенә йәшәйешебеҙҙең барлыҡ тармаҡтарын ала. Әлбиттә, беренсе сиратта сәләмәт йәшәүгә өҫтөнлөк биреләсәк. Бынан тыш, конкурс барышында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙҙың ҡәберҙәрен рәткә килтереү, ауыл обелискын төҙөкләндереү күҙаллана. Ауылда үҙ көсөбөҙ менән балалар майҙансығы булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Экологик өмәләр уҙғарыласаҡ. Республикала йәй үтәсәк фольклориадаға әҙерлек башланыҡ. Халыҡ кәсептәрен тергеҙәсәкбеҙ, аш-һыу әҙерләү, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ кластары ойоштороласаҡ. Кейәү һынау йолаһын сәхнәләштерәсәкбеҙ. Мәжлестәрҙе айыҡ үткәреү буйынса пропаганда күптән алып барыла. Быйыл ошо тәңгәлдә айырыуса әүҙем буласаҡбыҙ. Эскелек менән мауыҡҡандарҙы айыҡ тормошҡа әйҙәү, спиртлы эсемлектәр һатҡандарҙы асыҡлап, уларҙың ҡырын эшмәкәрлектәрен тыйыуға айырым иғтибар бүленәсәк".
Быйыл әбдәштәр өсөн иң ҙур сара булып Бөрйән ырыуы йыйынын үткәреү тора. Әйткәндәй, уларҙың тарихы Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылына барып тоташа. Ундағы Көрәй батырҙың биш улы иркен ерҙәр эҙләгән, шуларҙың береһе Әбдрәш тарафтарына барып сығып, Ҡыҙыл буйында төпләнгән.
Ауыл халҡы менән үткән сарала Әлмөхәмәт биләмәһе башлығы Идрис Батыршин, мәғариф ветераны Сара Солтанова, староста Ишбулат Сабитов, ветерандар советы рәйесе Илбер Ишәйев сығыш яһаны.
"Сәләмәт ауыл" конкурсын асыу билдәһе итеп факел яндырылды. Уны көрәш буйынса район чемпионы Хәкимйән Ишәйев тоҡандырҙы. Артабан сара төрлө халыҡ уйындары,бейеүҙәре, йырҙар менән дауам итте. Әүҙем һәм дәртле әбдрәштәрҙең “Сәләмәт ауыл” конкурсында еңәсәгенә ышаныс ҙур.
Фото: Рәзилә Дилмөхәмәтова.
Читайте нас