23 йәшлек Эдгар Емельяновтың ата-әсәһе улдарының юғалғаны тураһында белдерә.
Улар – Стәрлетамаҡтан, ә улдары Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгән. Егет сессияға тип баш ҡалаға килгән, фатирға урынлашҡан, ә ғинуар аҙағында бәйләнешкә сыҡмай башлаған. Аҙаҡ 27 ғинуарҙан бирле дәрескә лә йөрөмәгәнлеге асыҡланған.
"Быға тиклем улыбыҙ менән ундай хәл булманы. Өфөлә уның дуҫтары ла, йөрөгән ҡыҙы ла юҡ. Әле юғалыуы тураһында полицияға ғариза яҙҙыҡ", – ти туғандары.
Эдгар социаль селтәрҙәрҙе электән дә әүҙем ҡулланмаған. Әсәһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, ул – ижади кеше, күберәк китап уҡырға ярата. Һуңғы ваҡытта егет социаль селтәрҙә гел элекке фотоһүрәттәрен ҡуйған һәм үткәндәрен һағынып иҫкә төшөрөп яҙған. Шулай уҡ уның һуңғы тапҡыр 28 ғинуарҙа интернетҡа ингәнлеге билдәле. Тағы ла шуныһы: егет медицина ярҙамына мохтаж.
Эдгарҙың билдәләре: буйы – 195 см, сәсе һарғылт, күҙҙәре һоро төҫтә. Ҡыҙыл куртка, ҡара күк төҫтәге трико кейгән, аяғында аҡ табанлы күк кроссовка. Күреүселәр булһа, 112 йәки 88007005452 телефондарына шылтыратыуығыҙ һорала.