Йәмғиәт
1 Февраля 2020, 11:55

Киске Сибайға һоҡланып...

“Зауыҡлы биләмәләр йылында ҡалабыҙ урамдары сағыу, матур, заманса булһын!”

Билдәле булыуынса, ағымдағы йылды республика Башлығы Радий Хәбиров “Зауыҡлы биләмәләр йылы” тип иғлан иткәйне.
Ошоға бәйле Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: “Зауыҡлы биләмәләр йылында ҡалабыҙ урамдары сағыу, матур, заманса булһын!”, - тип белдерҙе.
Һуңғы ваҡытта киске Сибай көндән-көн матурлана: ҡала мәсете һәм башҡа күп ойошма-учреждениелар сағыу төҫтәр менән балҡып, ҡалаға нур, йәм өҫтәй.
Фото: Рөстәм Афзаловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Читайте нас