Йәмғиәт
1 Февраля 2020, 19:55

Ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып барғанда...

Бер нисә секунд эсендә йәш ғаиләнең ғүмере өҙөлә, бәләкәй ҡыҙҙары - дауаханала...

Кисә иртән М-5 трассаһында ҡурҡыныс авария була. Унда Өфөнән ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып барған ғаилә ҡаза күрә.
27 йәшлек Илшат исемле ир һәм уның ҡатыны - 33 йәшлек Гөлназ шул урында һәләк була. Уларҙың ете генә йәшлек ҡыҙҙары төрлө йәрәхәттәр менән әле дауаханала.

"Салауат ерендә" баҫмаһы мәғлүмәттәренән билдәле булыуынса, Илшат Салауат районының Юныс ауылынан, ә кәләше - Бүздәктеке. Улар ял көндәренә ауылға ҡайтып барған була, ҡыҙғанысҡа, ҡайтып етә алмайҙар шул...

Бәлә Әшәнән йыраҡ түгел ерҙә була: "Кia Sorento" автомобилендә 55 йәшлек ир ҡаршы һыҙатҡа килеп сығып, был ғаиләнең "ВАЗ-2107" машинаһына бәрелә. Сит ил машинаһы водителе иҫән ҡала. Эске эштәр министрлығы был юл фажиғәһе буйынса шаһиттарҙан видеорегистраторҙарында һаҡланған мәғлүмәтте ебәреүҙе һорай.

Шулай итеп, бер нисә секунд эсендә тотош ғаилә юҡҡа сыға һәм бала етем ҡала. Туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Юлдағыларға именлек теләйек, Хоҙай үҙе һаҡлаһын.

Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас