Салауатта ике көн элек юғалған баланы эҙләйҙәр. 10 йәшлек Ильяс Ибраһимов 1 февралдә өйҙән сығып киткән һәм ғәйеп булған. Әлегә тиклем уның ҡайҙалығы билдәһеҙ.
Шуныһы ла билдәле: Салауат ҡалаһындағы ғәҙәти мәктәптә 3-сө класта уҡыған малайҙың быға тиклем өйҙән китеп йөрөгән ғәҙәте булмаған. "Әсәкәйемде барыһынан да нығыраҡ яратам, ғаиләмде лә!!!" - тип яҙған ул үҙенең сәхифәһендә.
Ҡайҙа ғына йөрөй икән ул бала? Имен генә булып, табылһын инде.