Яҡын кешеләреңде юғалтыуҙан да ауыр ҡайғы юҡ. Дүртөйлө ҡалаһы уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡәҙерле дуҫ һәм остаздарын юғалтты.
57 йәшлек физика уҡытыусыһы Өфө – Яңауыл трассаһында “Лада Калина” автомобилендә барғанда ҡаршыға килгән “Киа Рио” менән бәрелешә. Зинаида К. ваҡиға урынында һәләк була.
Коллегалары һәм уҡыусылары аяныслы хәл менән һаман килешә алмай, яратҡан педагогтарының араларынан шулай иртә китеүенә ышанмай.
“Ҡот осҡос хәл. Ул ғүмер буйы беҙҙең менән булыр төҫлө ине. Егәрле, кешеләрҙе яратҡан, совет осоронда яҡшы сынығыу алған бына тигән педагог ине ул”, - тип иҫкә алалар хеҙмәткәрҙәре социаль селтәрҙә. ”Ысын педагог, уҡыусылары һәм ата-әсәләр тарафынан хөрмәт ҡаҙанған уҡытыусыбыҙ беҙҙең йөрәктәргә һәм күңелдәргә үтеп инде. Ярҙамсыл, кешелекле, иң яҡшы уҡытыусы!” - тип яҙа 5-се мәктәп уҡыусылары. “Мәктәпте тамамлағаныма 15 йыл булһа ла, һаман уның дәрестәрен яҡшы хәтерләйем”, - тигән уҡыусыһы Булат.
Яратҡан уҡытыусылары менән улар иртәгә Мишкә ерендә мәңгегә хушлашасаҡ. Оло ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, уҡытыусылар һәм уҡыусылар.