Бөгөн республика Хөкүмәтендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән оператив кәңәшмәлә төбәктәге ветеринар сирҙәргә бәйле хәл тураһында ла әйтеп үтелде.
Башҡортостандың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин әйтеүенсә, 2019 йылда республика малдарҙың бешмә менән ауырыу ихтималлығы булған биләмәләр санитар зонаһынан сығарылған. Төбәктең баш ветеринары әйтеүенсә, хайуандарҙың йоғошло ауырыуҙарына ҡаршы ваҡытында күрелгән саралар үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Мәҫәлән, ҡотороу сиренән бушлай вакцинациялау яһала, ҡырағай хайуандарға иһә аҙыҡ аша иммунизациялау үткәрелә. Ауыл хужалығы тармағындағы малдарҙың хәлен контролдә тотоу өсөн уларға чип ҡуйылған.
– Рәсәйҙә хайуандар бешмәһе ауырыуы буйынса буфер зонаһы билдәләнгән, уға илдең 31 төбәге индерелгән. Сирҙе ваҡытында юҡҡа сығарыу өсөн күрелгән саралар, малды идентификациялау системаһын ҡулланыу, сирҙең ҡабаттан хасил булыу осраҡтары теркәлмәүе айҡанлы, Башҡортостан был зонанан сығарылды, – тип аныҡланы Азат Йыһаншин.
Яҡын киләсәктәге маҡсат – участка ветеринар табиптарын шәхси смарт-ҡорамал менән тәьмин итеү. Махсус мобиль ҡушымта малдың хужаһын билдәләргә ярҙам итәсәк, хәл-торошон асыҡлаясаҡ. Был ҡорамал республика заказы буйынса тәүге тапҡыр әҙерләнгән, әле һынау үтә.
– Беҙҙең ветеринарҙар ҙур эш күләме атҡара, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Иң яҡшы муниуципалитеттарҙы билдәләп үтәйек. Һүҙ Дүртөйлә һәм Стәрлетамаҡ райондары хаҡында бара. Бында малдарҙы идентификациялау 100 процентҡа атҡарылған һәм оҙаҡ йылдар дауамында эпизоотик тотороҡлолоҡ һаҡлана.