Һуңғы ваҡытта эстрада донъяһында ҡуйырған имеш-мимештәр хаҡында күптәр хәбәрҙарҙыр, моғайын. Көн һайын төрлө низағтарға ҡағылышлы яңылыҡтар сығып ҡына тора.
Күптән түгел генә татар йырсыһы Иркәгә һөжүм яһалғаны тураһында билдәле булды. Был хәлгә беҙҙең яратҡан йырсыбыҙ Элвин Грей ҙа түҙә алмаған, күрәһең: яҡташыбыҙ үҙенең фекерен халыҡҡа еткерергә ашыҡты.
Иркәнең машинаһының тәҙрәләрен ватып, тәгәрмәстәренә зыян килтергәндәр. Радикты әлеге енәйәт бик ныҡ аптырауға һалған. Ул йәмәғәтселеккә инстаграм аша мөрәжәғәт итеп: "Был кешеләрҙән киләсәктә нимә көтөргә?! Иркәнең өҫтәмә концертын үткәргән ваҡытта Ҡазандың "Уникс" концерт залында бомба һалыныуы тураһында аноним шылтыратыу булды... Ә бөгөн Иркәнең машинаһына зыян килтергәндәр. Нишләйһегеҙ һеҙ?!" – тип һорай Радик.
Радик хәбәр итеүенсә, йырсының машинаһына беренсе генә тапҡыр зыян килтермәйҙәр икән.