Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2020, 12:21

Ҡыҙыл һыуын һыулаған халыҡтың сәләмәт тормош алып барғаны

Әбйәлил районының Булат ауылы Әлмөхәмәт биләмәһенә ҡарай. Бөгөн унда 51 хужалыҡ иҫәпләнә, бөтәһе 182 кеше теркәлгән, шуның 130-ы үҙ йорттарында йәшәй. 17 бала күрше Сиҙәм урта мәктәбенә йөрөп уҡый, уларҙы “Мәктәп автобусы” хеҙмәтләндерә. Бер кескәй бала шулай уҡ Сиҙәмдәге балалар баҡсаһына йөрөй, өс бала өйҙә ата-әсәһе янында, шуларҙың береһе – ауылдың иң йәш гражданы, йәғни бер йәше тулмаған сабый. Былтыр дүрт туй үткән һәм шунса сабый донъяға килгән.

Әбйәлил районының Булат ауылы Әлмөхәмәт биләмәһенә ҡарай. Бөгөн унда 51 хужалыҡ иҫәпләнә, бөтәһе 182 кеше теркәлгән, шуның 130-ы үҙ йорттарында йәшәй. 17 бала күрше Сиҙәм урта мәктәбенә йөрөп уҡый, уларҙы “Мәктәп автобусы” хеҙмәтләндерә. Бер кескәй бала шулай уҡ Сиҙәмдәге балалар баҡсаһына йөрөй, өс бала өйҙә ата-әсәһе янында, шуларҙың береһе – ауылдың иң йәш гражданы, йәғни бер йәше тулмаған сабый. Былтыр дүрт туй үткән һәм шунса сабый донъяға килгән.


Булатта берҙәм халыҡ йәшәй


Булат ауылында берҙән-бер бюджет учреждениеһы иҫәпләнгән фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет, бер шәхси магазин бар. Элекке башлан­ғыс мәктәп урынлашҡан бинаны ауыл халҡы клуб итеп ҡороп алған. Әйткән­дәй, ошонда уҡ ФАП та урынлашҡан.
Ауыл тарихына килгәндә, ул бик боронғо төбәктәр исемлеген тулыландыра. 1700 йылдарҙа уҡ барлыҡҡа килгән, тигән фекерҙә булаттар. Ошо ауылда тыуып үҫкән, әле Асҡар ауылында йәшәгән Йәғәфәр Йәноҙаҡов әйтеүенсә, ауыл борон Монаш тип аталған. Бөрйән ырыуынан килгән Аллабирҙе ҡарттың ике улы була: Монаш менән Ямаш. Элекке ауыл ултырған урын хәҙергеһенән саҡ ҡына бирерәк урынлаша. Билдәле булыуынса, элек ҡаҙаҡтар менән башҡорт­тар араһындағы ҡарымта һәм барымта ауыл халҡына тынғылыҡ бирмәй. Монаштан тыуған Булат Раҡаев, Оло Ҡыҙылдың һул яҡ ярына нигеҙ һалып, күсеп сыға. Башҡорттар һәр саҡ йылғаның уң яғында ултырыр булған. Булат Раҡаев, һул яҡ ярға күсенеп, нисек тә булһа ҡаҙаҡтарҙан эҙ яҙҙырырға тырыша. Архив материалдары буйынса, 1740 йылдарҙа ауылда халыҡтың 258 баш һыйыры, өс умартаһы булыуы теркәлгән. Ошо тирәләге башҡа ауылдар менән сағыштырғанда, булаттар хәллерәк йәшәгән. Ауыл халҡы элек тә, әле лә малсылыҡ менән көн итә.
1812 йылғы Ватан һуғышында ауыл­дың ике кешеһе – Абдулвәли Әбдрә­шов менән Бикҡол Әлим­бәтовтар ҡатнашҡан. Бөйөк Ватан һуғышына ауыл халҡы 65 ир-атын оҙатып, шуларҙың 30-ы тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтҡан.
Ауылдың ер-һыу атамалары менән ҡыҙыҡһынғанда, “Герман зыяраты” тигән бер урындың барлығы хаҡында ла белдек. 1914 йылда Булат ауылына әсиргә төшкән ете немец һалдатын алып киләләр. Улар ауылда бер ҡыш йәшәй, араларындағы бер олоһо ошонда вафат була. Ауыл халҡы сит “бауырҙы” үҙҙәренең зыяратына ерләргә рөхсәт итмәй, шуға күрә уны бер яҡ ситкәрәк күмәләр. Шул урынды халыҡ “Герман зыяраты” тип йөрөтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, колхозлашыу йылдарында ул ер баҫыу эсендә тороп ҡала. Әммә халыҡ телендә ошо урын әле булһа “Герман зыяраты” тип йөрөтөлә.
Төрлө йылдарҙа булаттар “Буденный” һәм “Урал” колхозына ҡушылып, үҙҙәренең бүлексәһендә намыҫлы эш­ләүҙәре менән дан ала. 1990 йыл­дарҙа колхоз һәм совхоздар тарҡа­лып, илдә үҙгәрештәр башланғас, бер­ҙәм, сәмле Булат ауылы халҡы­ның ир-аттары, үҙ-ара кәңәшләшеп, колхоздан айырылып, үҙ хужалығын булдыра, игенселек менән шөғөлләнә, күпләп ҡаҙ аҫрай. Уртаҡ көскә таянып йәшәгән хужалыҡ 2004 йылда тарҡа­ла: кемдер фермерлыҡ йүнәлешен аса, икенселәр шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотона.


Уртаҡ көс һөҙөмтәһе


Һуңғы йылдарҙа Әбйәлил районында рухи сәләмәтлекте генә түгел, ғөмүмән, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға айырыуса иғтибар бирелә. Әбйәлил районы башҡорт­тары ҡоролтайы менән берлектә ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы бер нисә йыл рәттән үҙенсәлекле проектҡа – “Сәләмәт ауыл” конкурсына нигеҙ һалды. Тәүге тапҡыр Булат ауылы халҡы был конкурста ҡатнашырға йөрьәт итә һәм яңылышмай.
Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе баш­лығы Иҙрис Батыршин белдереүенсә, Булат ауылында үҙенсәлекле халыҡ йәшәй. Улар тырыш, уңған, берҙәм һәм сәмле. “Сәләмәт ауыл” бәйгеһен­дә ҡатнашырға теләк белдереп, ауыл­дың иң әүҙемдәре йыйылып тәҡдим яһай. Халыҡтың берҙәмлеге менән ауылдағы барлыҡ эштәр башҡарыла, улар бер кемдән дә ярҙам көтөп тормай, үҙҙәренең көсө менән барыһын да атҡарып сыға. “Сәләмәт ауыл” кон­курсында ҡатнашыу булаттарҙы йәнә бергә туплай, уртаҡ уйлы һәм берҙәм итә. Ә конкурста ҡатнашыу еңел­дән түгел: уның шарттарына яраш­лы, ойоштороу комитеты ағза­лары йыл дауамында һәр ауылдағы тыуым, үлем, шул иҫәптән суицид осраҡт­арын, никахтар һәм айыры­лышыуҙарҙы, полиция хеҙмәткәрҙәре тө­ҙөгән административ протоколдар һанын, профилактик иҫәптә торған ғаи­ләләр менән эш барышын, дис­пан­сер­лаштырыуҙы, районда үткә­релгән спорт сараларында ҡатна­шыуҙы, ГТО тапшырыусылар һанын, урындағы физкультура-һауыҡтырыу эшен ойоштороуҙы даими күҙәтеп бара һәм һәр кварталға йомғаҡ яһай. Был эштәрҙең барыһын да ауыл халҡы үҙ көсө менән атҡара. Ауылдың старостаһы Сәғит Нафиҡов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гүзәлиә Байбулатова, ветерандар советы рәйесе Рабиға Мөстәҡимова, спорт буйынса әйҙәүсе Марсель Байбулатов, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Сәкинә Ғүмәрова, ауылдың имам-хатибы Рәфҡәт Йәноҙаҡовтар етәкселегендә ауылдағы барлыҡ эштәр башҡарыла.
– “Сәләмәт ауыл” конкурсына йыл башынан әҙерләндек. Иң тәүҙә “Ҡыш­ҡы әкиәт” тип аталған ауыл биләмә­лә­ре араһындағы конкурста беренсе урынды яуланыҡ. Ауыл халҡы менән бергәләшеп боҙҙан төрлө һындар эш­ләнек, балалар өсөн боҙҙа һәм тау­ҙан шыуыу өсөн урындар әҙерлә­нек. Ҡыҙыл йылғаһында “Быйма менән хоккей уйнау”, “Зарница” уйындарын үт­кәреү, йәй “Нептун” байрамын ойоштороу барыһының да күңе­лендә оно­толмаҫлыҡ хәтирәләр ҡал­дырғандыр, тип уйлайым. Районда ойош­торолған “Сәләмәт ауыл” конкурсында ҡатна­шыу менән бер рәттән республикала иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” бәйгеһенән дә ситтә ҡалманыҡ, – тине ауыл старостаһы Сәғит Рамаҙан улы.
Ауыл халҡының тырышлығы менән 2017 йылдан округтар араһында концерттар ойошторола, Яңы йыл, Өлкән йәштәгеләр көнө, дини байрамдар үткәрелә. Иң яҡшы концерт номер­ҙарын бергә туплап, “Моңдар ҡайтһын ауылға!” тигән программа менән ауыл таланттары, күрше ауылдарға сығып, концерт ҡуйып, йыйылған аҡсаға музыкаль аппаратура һатып алған.
Ауылды төҙөкләндереү йәһәтенән дә Булат ауылы халҡы ярҙамды ситтән көтөп ятырға күнекмәгән. Һәр йорттан аҡса йыйып, ситтә йәшәүселәр ҙә үҙ өлөшөн индереп, ауылдың ике зыяраты кәртәләп алынған. Түбәнге һәм Үрге зыяратта ятҡан мәрхүмдәр ҡә­берлеге йыл һайын даими таҙартыла.
Район буйынса гөрләтеп “Ҡыҙҙар ҡайта ауылға!” байрамын ойоштороп, бүтән төбәктәрҙә йәшәгән ауыл ҡыҙ­ҙарын бергә йыйып, матур кисә үткәргәндәр.
Республика Башлығы Радий Хә­биров Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тай­ға Мөрәжәғәтнамәһендә “дөйөм эш өсөн берләшергә кәрәк” тигәйне. “Беҙ­гә йолаларҙы мотлаҡ тергеҙергә кә­рәк. Кешеләр шәмбе, йәкшәмбе өмә­ләренә сығып, ауыл урамдарын, баҡсаларҙы, зыярат ҡоймаларын бер­гә төҙөкләндерһен”. Республика Баш­лы­ғының теләген ауылда йәшәүселәр күмәкләшеп башҡарған изге ғәмәл­дә­ре менән иҫбатлай тиһәк тә, хата бул­маҫ. Тап ауыл көсө, ауылдаш­та­рының берҙәм­леге менән Ҡаҙ өмә­лә­ре, һуғым аштары, яңы йорт күтә­реү, һарыҡ ҡырҡыу кеүек өмәләр үтә. Һуңғы ваҡытта табындарҙа спиртлы эсемлектәрҙең урын алмауы ла матур йолаға әйләнә бара. Ауылдың шәхси магазинында электән һыра һәм спиртлы эсемлектәр һатылмай. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн ауыл ерендә сәлә­мәт йәшәү рәүеше ысынлап та киң тарала, халыҡ яңыса, айыҡ йәшәргә ынтыла.


Яңыһы булмаһа ла, иҫкеһенә ремонт кәрәк


Ауыл менән танышыуҙы артабан берҙән-бер бюджет учреждениеһы иҫәпләнгән фельдшер-акушерлыҡ пунктынан башланыҡ. Фельдшер Вәсилә Итикеева 18 йылдан ашыу ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында тора.
Йәнгел ауыл биләмәһенә ҡараған Первомайский ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ бала саҡтан медицинаны яҡын күрә. “Бә­ләкәйҙән ҡурсаҡта­рымды дауалап, уларҙы тыңлап үҫтем, шуға күрә туғы­ҙынсы кластан һуң “Ҡайҙа барырға?” тигән һорау тыуманы. Сибай медици­на учили­щеһына уҡырға индем”, – ти ул.
Вәсилә Исрафил ҡыҙы 1991 йылда Булат ауылы егете Ишдәүләт Итикеев менән сәстәрен сәскә бәйләй. Йәш белгес диплом менән бергә ҡыҙы Эльвираны ла ҡулына ала. Йәш ғаилә ауылда төпләнеп, матур донъя ҡора. Уларҙың бәхеттәрен тулыландырып бер-бер артлы улдары Илсур менән Вадим донъяға килә.
Ауылда эшләп торған һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы ябылғас, 2002 йылда халыҡ йыйын үткәреп, уны яңынан асыу кәрәклеген талап итә. Шул көндәрҙән алып бөгөнгә тиклем Вәсилә Итикеева фельдшер булып эшләй. Квалификацияһын камиллаштырыу, сертификат алыу өсөн уға төр­лө курстарҙа уҡырға ла тура килә, әммә бала саҡ хыялының тормошҡа ашыуына һөйөнөп бөтә алмай. Тормош иптәшенең аварияға осрап ваҡытһыҙ вафат булыуы йәш ханымды бер аҙ шаңҡытһа ла, яратҡан эше уға көс бирә.
– Көнөнә унға тиклем кешене ҡара­йым, өйҙәренә лә йөрөргә тура килә. Күберәк ҡан баҫымы күтәрелеү, тын юлдары сирҙәре сәбәпле мөрәжәғәт итәләр. “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға тура килһә, күрше Сиҙәм дауахана­һына тиклем оҙатып барам. Бинаға аҙыраҡ ремонт эшләһәләр, беҙҙең өсөн дә, ауырыуҙарға ла уңайлыраҡ булыр ине, – ти ауыл докторы.


Ҡатындар “таяҡтар менән йөрөй”


– тип көлдөрөп тә алды беҙҙе булаттар. Сәләмәт йәшәү рәүешен хуп күргән ҡатын-ҡыҙҙар күптән түгел скандинавса йөрөүҙе лә үҙ иткән.
Булат ауылында спорттың был төрө менән унға яҡын кеше шөғөл­ләнә. Һәр көн һайын ауыл янындағы юлға ҡарай ыңғайлаған төрлө йәштәге бер төркөм халыҡтың таяҡҡа таянып атлауы тәү ҡарашҡа ҡыҙыҡ күренһә лә, һаулыҡ өсөн бик әһәмиәтле. Скандинавса йөрөү йәки атлау – физик әүҙемлектең бер төрө, махсус таяҡтар ярҙамында атлау техникаһы. Тыуған ере – Финляндия. 1990 йылдарҙа ул бөтә донъяла билдәлелек яуланы. Был төр буйынса атлағанда тәндең 90 проценттан ашыу мускулдары “хәрәкәтләнә”, 46 процентҡа күберәк калорияны “ашай”. Һөҙөмтәһе күҙгә күренә, ти булаттар.

Ысынлап та, әйҙәүсеһе булғанда, эйәреүсеһе һәр саҡ табыла. Ауыл­даш­тарына тәүге тапҡыр был йөрөш­тө Гөлъямал Шәрипова күрһәтә.
Атлағанда йәки йүгергәндә көс башлыса аяҡҡа төшһә, скандинавса йө­рөү тәндең бөтә мускулдарын “эшләтә”. Шул уҡ ваҡытта таяҡҡа таяныу тубыҡҡа, быуындарға, умыртҡа һөйәгенә көсөргәнеште кәметеп, улар­ҙы таушалыуҙан һаҡлай. Атлағанда арҡаны тура тоторға кәрәк, эйелергә ярамай. Ҡул алда барғанда терһәкте бөгөргә, артта сағында – яҙырға. Үксә­нән аяҡ осона баҫып хәрәкәт итеү мот­лаҡ. Таяҡ һайлағанда буйың­дың оҙонлоғон 0,68-гә ҡабатларға тәҡдим ителә. Бигерәк тә ҡан баҫымынан яфа­ланыусыларға, быуындар һыҙла­уы­нан интегеүселәргә, тән ауыр­лығынан ҡотолорға теләүселәргә был шөғөл бик уңай. Даими йөрөү ҡан, йөрәк, үпкә, эсәктәр эшмәкәрлеген яҡшырта.
Фатима Шәрипова, Сәкинә Ғүмә­рова, Зәкиә Ғәббәсова һәм Рабиға Мөстәҡимовалар “серле таяҡ”тар менән көн һайын биш саҡрымға тиклем юл үтә. “Тәүҙә халыҡ беҙҙе бер аҙ сәйерһенеп күҙәтә ине, хәҙер үҙҙәре лә таяҡҡа тотондо, беҙҙең сафтарға ҡушылды”, – тип йылмайҙы ауыл скандинавсылары.


Мәсетле ерҙән нур китмәҫ


Ауылға нур һәм иман таратҡан мәсет 2008 йылда ауыл халҡының көсө менән төҙөлә. Иң абруйлы кешеләрҙең береһе Рәфҡәт Йәноҙа­ҡов мәсеткә имам-хатип итеп тәғәйен­ләнә. Шул ваҡыттан алып ул халыҡҡа дини тәрбиә бирә, иман нигеҙҙәрен өйрәтә. Әле олатайға 81 йәш.
Иман йортонда дини йолалар даими үткәрелә, Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарына бүтән төбәктә йәшәгән ауылдаштары ла ҡайта. Ҡорбан салыу ҙа матур йолаға әйләнә бара.
– Халыҡ мәсеткә йөрөй, йома намаҙҙары үтеп тора. Һуңғы ваҡытта йәштәрҙең дингә ылығыуы күҙәтелә. Ауылдаштарҙың сәләмәт тормош алып барыуы, иманға ҡайтыуы, дини йолаларҙы хөрмәт итеүе ҡыуандыра, – ти дин әһеле.
Мәсетле ерҙән нур китмәҫ, ти халыҡ та. Иман йортоноң ҙур йә бәләкәй булыуы мөһим түгел, уның ишегенә йоҙаҡ эленмәһен, халыҡ унда теләп йөрөһөн – шул мөһим. Был йәһәттән булаттар бәхетле: Иман йортонан килгән аҙан тауышы бар ауылды нурға күмә, күңелдәрҙе байыта, иманға әйҙәй.
Ғаиләһендә лә өлгөлө тормош иптәше һәм хөрмәтле атай ул Рәфҡәт Йәноҙаҡов. Ҡатыны Рәйсә ханым менән алты бала тәрбиәләп, уларҙың барыһын да башлы-күҙле итеп, бөгөн ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәрҙәрен һөйөп, балаларының бәхетенә ҡыуанып, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй. Ҡатыны менән бергә татыу йәшәүҙәренә лә 60 йылдан ашыу ваҡыт үткән.


“Мин – туғыҙынсы ротанан...”


Һәр ауылда бер-береһенә ныҡлы терәк булып тормош һуҡмағын үткән парҙар бар. Ғәҙәти күренеш был. Улар гөрләтеп донъя көтөүҙәре, инсафлы балалар үҫтереп, бөгөн йәнкиҫәктәренең шатлыҡ-ҡыуанысына сорналып, изгелектәрен күреп йәшәүҙәре менән бәхетле. Ундайҙар күп Булатта. Мәҫәлән, ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙән Таһира һәм Ғәрифулла Ғүмәровтар, Фәрхизә менән Рамаҙан Нафиҡовтар, Мәрүә һәм Ғәйнислам Итикеевтар, Фатима менән Ғәзизйән Итикеевтарҙы яҡшы яҡтан ғына телгә ала ауылдаштары.
Гөлдәр менән Фәнил Ғүмәровтар ҙа – ауылдаштары өсөн өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Булат ауылы егете Фәнил менән Әлмөхәмәт ауылы ҡыҙы Гөлдәр 1991 йылда ғаилә ҡора. Тормоштарын йәмләп дүрт балалары донъяға килә. Ҡыҙҙары Ләйсән күрше Магнитогорск ҡалаһында акушерка булып эшләй, Венер улдары Магнитогорск дәүләт техник университе­тының бишенсе курсында белем ала. Беҙ барған көндә Фәнзил улдары хәрби хеҙмәттән ҡайтып тора ине. Кесе ҡыҙҙары Фәнилә Сиҙәм урта мәктәбенең Х класында белем ала.
Ғаилә башлығына әрме бурысын Афғанстанда үтергә тура килгән. Һалдаттың йөрәгендә мәңгелек эҙ ҡалдырған бик күп яуҙар була. Улар тураһында геройымдың иҫкә төшөр­гөһө килмәне, бары тик “Афған яуын “Беҙ – туғыҙынсы ротанан...” фильмын ҡарап, аңларға була. Беҙҙең әрме торошо дөрөҫ һүрәтләнгән унда”, – тип кенә көрһөнөп алды. Күрәһең, ҡаты һуғыштарҙа әллә күпме иптәштә­рен юғалтыуы ауыр тойғолар уятҡандыр.
Күкрәген миҙалдар биҙәгән яугир бөгөн тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, донъя көтә. Ҡырыҫ афған еленең генә түгел, ә һуғыш ғәрәсәтен үҙ күңеленән үткәргән туғыҙынсы рота яугире Фәнил Ғүмәровтың, иң мөһиме, бөгөн донъяһы теүәл, күңеле күтәренке. Тормоштан ҡәнәғәт булып, барыһына шөкөр итеп, балаларының шатлыҡ-ҡыуанысын күреп йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡ, әлбиттә.
Йорт хужабикәһе лә иренең һүҙҙәрен ҡеүәтләп, уға бар яҡлап ярҙам итергә атлығып тора.


Хаҡ һүҙгә ни етә?!


Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе баш­лығы Иҙрис Салауат улы Батыршин беҙҙе оҙатып йөрөнө. Башҡа ауыл­дарға ҡарағанда, Булат ауылы халҡы­ның берҙәмерәк, дәртлерәк, уңға­ны­раҡ һәм тырышыраҡ булыуын билдә­ләне: “Улар шул тиклем эшсән, һәр йортта тиерлек күпләп мал аҫра­ла, башҡалар кеүек “эш юҡ” тип зарланмай, үҙ шөғөлдәрен булдырып, донъя көтә. Бер-береһе менән ярышып, сәмләнеп йәшәйҙәр. Районда иң бе­ренселәрҙән булып тап ошонда үҫте­релгән ҡыяр һатыла, Ҡорбан байрамдары өсөн һарыҡтар һимер­телә, йәй һәр йортта күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтерелә, яҙын һап-һары бәпкәләр ауыл тулып йөрөй. Халыҡ эшләй ҙә, йәшәй ҙә белә”.
Етәксенең хаҡ һүҙҙәренә нимәлер өҫтәү кәрәкмәй ҙә кеүек. Әммә ауыл халҡын борсоған бер нисә проблеманы ла әйтеп үтмәйенсә булмай. Беренсенән, Булатҡа бер ваҡытта ла район үҙәгенән автобус йөрөмәй, ауыл халҡы ҡышын да, йәйен дә ҡайҙалыр барырға кәрәк булһа, йәйәүләп юлға сыға. Хәйер, күпселек халыҡ еңел машинала йөрөй-йөрө­үен, әммә райондан Сиҙәмгә киткән автобус Булат аша үтһә, беҙгә уңайлы булыр ине, ти улар. Икен­сенән, ауылда урамдар күп түгел, тик уларҙың береһе лә яҡтыртылмай. Кис сығыр­лыҡ түгел, ҡурҡыныс һәм хәүефле. Һуңғы йылдарҙа респуб­ликаның иң төпкөл ауылдарында ла модулле фельдшер-акушерлыҡ пункт­тары төҙөлөүе хаҡында хәбәрҙар Булат ауылы халҡы. Улар яңыһына дәғүә лә итмәй, әммә иҫке бина ремонтҡа мохтажлыҡ кисерә. Һаман булһа ауылда интернеттың булмауы заман менән йәнәш атларға бер аҙ ҡамасаулыҡ итә. Район етәкселәре ауыл халҡының был проб­лемаларын ишетер һәм уны тормошҡа ашырыуҙа ярҙам ҡулы һуҙыр, тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Үҙенең бай тарихы, уңған һәм матур күңелле кешеләре менән дан алған Булат ауылы халҡы ауыр­лыҡтарға баш эймәй иртәгәһе көн хәстәре менән йәшәй, сәләмәт тормошто үҙ итә, үҙҙәренең йәшәү рәүе­ше менән күптәргә өлгө булып тора. Бында үҫкән һәм нығынған, спортты үҙ иткән ҡыҙ һәм егеттәр район, республика, Рәсәй, донъя кимәлендә танылыу яулай, төрлө ярыштарҙа приз­лы урындар ала. Шундайҙарҙың береһе – Зарина менән Вадим Ғү­мә­ровтар. Апалы-ҡустылы Ғүмәровтар кикбоксинг буйынса донъя чемпиондары. Әле Вадим Ҡытайҙа тренер булып эшләй. Тимәк, киләсәктә Булат ауылының даны сит ҡитғаларҙа ла таралыр әле.


Әбйәлил районы.
Читайте нас: