Һауа торошондағы көйһөҙлөктәр сәбәпле федераль тәғәйенләнештәге Р-240 “Өфө – Ырымбур” юлының Ырымбур өлкәһендәге өлөшө пассажирҙар автобустары, такси маршруттары, йөк автотранспорты хәрәкәте өсөн ваҡытлыса ябылған, тип хәбәр итәләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.
Стәрлетамаҡ, Көйөргәҙе, Мәләүез райондарындағы автомобиль юлдары участкалары ла хәрәкәтте ваҡытлыса сикләүгә эләгә.
Был сикләүҙәр – 3 февралдең 18.30 сәғәтенән 4 февралдең төнгө 1.00 сәғәтенә тиклем. Сикләүҙе тыйыу ваҡытының, ҡар һаман яуыу сәбәпле, оҙайтылыуы ла ихтимал.