Шишмә районында 70 йыл бергә йәшәгән пар ғүмер итә.
Гүзәл һәм Солтан Хәйҙәровтар Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып биш йыл үткәс, 1950 йылда, өйләнешә. Солтан Хәмәтғәли улы һуғышта ҡатнашҡан, ә Гүзәл Әхиәретдин ҡыҙы "Тыл эшсеһе" миҙалы менән наградланған.
Әйтергә кәрәк, Шишмә районы тарихында 70 йыл бергә ғүмер кисергәндәр күп түгел - былар икенсе.
Шулай уҡ Шишмәлә бергә йәшәүҙәренә 60 йыл тулыуҙы Суфия һәм Шәрифулла Ғәрифуллиндар, Таисия һәм Николай Рыбкиндар билдәләй.
Шәрифулла Шәйҙулла улы менән Суфия Ғәйзетдин ҡыҙы ғүмер буйы ауыл хужалығында намыҫлы тир түккәндәр. Уларҙың хеҙмәт стажы - 50, 40 йыл. Дүрт ул тәрбиәләп үҫтереп тормош юлына баҫтырғандар. Әле һигеҙ ейән-ейәнсәренә ҡыуанып, алты бүләсәренә ярҙам итеп бәхетле ғүмер кисерә улар.
Ә Николай Андреевич менән Таисия Яковлевна Шишмә ҡасабаһында йәшәйҙәр. Улар хеҙмәт юлын бер урынға - емеш-еләк питомнигына арнаған. Унда тырышып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар.
Юбилярҙарға иҫтәлекле бүләктәр менән бергә, республика Башлығы Радий Хәбировтан ҡотлау хаттары ла бирҙеләр.
Ауыр йылдарҙа ла бер-береһенә тоғро ҡалып, терәк булып матур тормош юлы үткән был парҙар ихтирам һәм һоҡланыу тойғоһо уята.
Бик ҙур булмаған һынауҙар алдында ла баҙап ҡалған йәш парҙар өсөн улар өлгө булып тора.