Мазовтарҙың юҡлығына дүртенсе ай китте. Республика халҡы был хәл буйынса шаулашты ла, онота башланы. Ә Артемдың ата-әсәһе, балаларҙың әсәһе Эльмира көн һайын ут йотоп, шулай ҙа өмөтөн өҙмәй йәшәүен дауам итә.
Ошо көндәрҙә “Уфа1” порталы хәбәрселәре йәнә Артемдың атаһы Аркадий Мазов менән һөйләшкән. Өс ай ярым буйы улы һәм ейәндәре тураһында яңылыҡтар булмаһа ла ир һәм уның ҡатыны Татьяна балаларының иҫән булыуына ышана. Аркадий Мазов фекеренсә, улар БДБ илдәренең береһендә йәшенеп ятыуы ихтимал.
– Уларҙың ҡайҙалығы тураһында фараздар күп, әлбиттә. Яҡшылары ла, насарҙары ла бар. Шулай ҙа беҙ тере булыуҙарына ышанабыҙ. Бәлки, БДБ илдәренең береһендә йәшенеп яталарҙыр. Тәфтишселәр тәүҙә улар һыуға батҡан һәм әле йылға төбөндә тигән фаразға ышанмаҫҡа тырышабыҙ. Тик юлда улар менән берәй ҡурҡыныс хәл булып ҡуйғандыр тип хафаланабыҙ. Йә алдағандарҙыр, йә тағы ҡурҡынысыраҡ нәмә эшләгәндәрҙер... – ти атай кеше.
Аркадий Мазов фекеренсә, уларҙың Ҡаҙағстанда булыуы ихтимал.
– Артем балалар менән Ырымбурға, унан Ҡаҙағстанға киткәндер тип уйлайым, – ти ир.