Йәмғиәт
4 Февраля 2020, 19:40

Өфө урамдарының береһен һыу баҫҡан

Һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғона иҫ-аҡылың китер. Әле урамда, әйтерһең, ҡыш түгел, ә яҙ. Бөгөн көндөң ҡапыл йылыныуы сәбәпле, хатта ҡар ирей башланы...

Һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғона иҫ-аҡылың китер. Әле урамда, әйтерһең, ҡыш түгел, ә яҙ. Бөгөн көндөң ҡапыл йылыныуы сәбәпле, хатта ҡар ирей башланы. Һөҙөмтәлә Өфө урамдарының береһен һыу баҫҡан.
Был ғәҙәттән тыш хәл баш ҡалалағы Пугачев урамында теркәлгән: гипермаркет эргәһен һәм юлды һыу баҫҡан. Һүрәттә күренеүенсә, урамдың бер өлөшө ҙур күләүеккә әйләнгән. Шуға уны йәйәүле халыҡҡа көрт буйлап урап үтергә тура килә.
Әммә тиҙҙән Башҡортостанда һәм тотош Рәсәйҙә көндәр һалҡынайыр, тип күҙаллай синоптиктар. Төбәккә Баренц диңгеҙе яғынан сатнама һыуыҡтар килә, тип хәбәр итәләр. 5 февралдә төндә 7 – 12 градусҡа тиклем һалҡынайтһа, 6-һында термометр 12 – 17 градусты күрһәтәсәк,тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк.
Шулай итеп, әкренләп кенә ҡыш ҡышлығын итәсәк һәм ял көндәрендә көндөҙ -11, төндә -20 градус буласаҡ.
Фото: "bash.news".
Читайте нас