Мәғлүм булыуынса, яҡташыбыҙ Рөстәм Асаевтың кәләше үҙенән ун йәшкә кесе, ул – яҡташы, Благовар ҡыҙы Айгөл.
Был хаҡта бөгөн йырсы: "Ул ваҡытта яҙмыш Айгөлгә үҙенә күрә бер ым биргән, - ти. - Шулай буласаҡ ҡәйнә менән апайҙары телевизорҙан минең айырылышыу тарихын ишеткән дә йәлләп ҡуйғандар. Айгөлдөң әсәһе: ”Ярар, барыһы ла һәйбәт булыр, тағы ла һәйбәтерәге осрар әле”, - ти икән. Әммә, ҡыҙғаныс, үҙе генә ул ваҡытты күрә алманы: арабыҙҙан бик иртә китеп барҙы. 2007 йылда Айгөл әсәйһеҙ ҡалды, атаһы ла йәшләй мәрхүм булған. 2008 йылда сираттағы ялға ҡайтҡан ерҙән мин уны Ҡазанды күрергә өндәнем. Шул килеүҙән ебәрмәнем дә – мәсеткә барып никах уҡыттыҡ”.