Йәмғиәт
5 Февраля 2020, 13:30

Учалы ауылдары тағы ла күркәмләнәсәк!

Районда “Иң матур ауыл” һәм “Өлгөлө йорт” конкурстарына старт бирелде.

Учалы үҙенең төҙөклөгө менән айырылып тора. Былтыр райондың Наурыҙ һәм Зәйнәкәй ауылдарының республика кимәлендә уҙғарылған “Башҡортостандың иң матур ауылы” һәм “Алтын бишек” конкурстарында гран-при яулауҙары ла күп нәмә тураһында һөйләй.
Ошо көндәрҙә республикала иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылына арнап, Учалы районында “Иң матур ауыл” һәм “Өлгөлө йорт” конкурстарына старт бирелде.
Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар сентябргә тиклем ҡабул ителәсәк, эксперт комиссияһы йөрөп сығып баһалағас, иң яҡшылар Республика көнөндә билдәләнәсәк.
Әйткәндәй, приз фонды тос ҡына. Беренсе урынды яулаусы ауыл 150 меңлек премияға лайыҡ буласаҡ, икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн – 100 һәм 50 мең һум тапшырыласаҡ.
Иң яҡшы тип табылған йорт хужалары 30 мең һум аласаҡ, икенсе һәм өсөнсө урындарға 20 һәм 10 мең һум биреләсәк.
Фото: Наурыҙ ауылы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас