Йәмғиәт
6 Февраля 2020, 08:00

Көндәшен үлтерә, аҙаҡ күмеп ҡуя...

2019 йылдың октябрендә була был хәл

Өфө ҡалаһында быға тиклем эҙһеҙ юғалған ирҙең кәүҙәһе табылған.
Баш ҡаланың хоҡуҡ һаҡлау органдарына мәрхүмдең улы 2019 йылдың ноябрендә үк атаһының октябрь айында юғалыуы тураһында хәбәр итә. Был ваҡиға буйынса Тикшереү комитетының Совет районы бүлеге тәфтишселәре "Үлтереү" статьяһы буынса енәйәт эше ҡуҙғата.

Юғалған ирҙең фатирына килеп, тәфтишселәр тикшереү үткәрә, әммә ул ваҡытта улар ирҙең юғалыуында криминаль характерҙағы эҙ тапмай. Аҙаҡ полиция хеҙмәткәрҙәре пенсионерҙың йыш ҡына өйөнән сығып китеү ғәҙәтен билдәләйҙәр, туғандары шуға ла уның был холҡон белеп, тиҙ генә был турала тейешле органдарға хәбәр итмәй.

Тәфтишселәр юғалған ирҙе эҙләүгә ныҡлап тотона, бөтә туғандары, яҡындарынан һорау алалар, территорияны тикшереп сығалар һәм пенсионерҙың юғалған көндө ҡайҙа булыуын, кем менән осрашыуын асыҡлайҙар.

Асыҡланыуынса, юғалған ирҙең элекке ҡатынының әле йәшәп ятҡан ире менән мөнәсәбәттәре бешмәгән булып сыға. Шуныһы ҡыҙыҡ: улар өсәүләп бер ҡыйыҡ аҫтында ғүмер кисергәндәр, йыш ҡына улар араһында низағ килеп сыҡҡан.

2019 йылдың октябрендә ошондай ғауғаларҙың береһендә ике ир һуғышып китә, һөҙөмтәлә, юғалған иргә көндәше ауыр тән йәрәхәттәре яһай һәм ул урында уҡ йән бирә, тип хәбәр итәләр республика Тәфтиш комитетынан.

Аҙаҡ көндәш ир ҡылған ҡылығы өсөн яуап биререн аңлап, ирҙең кәүҙәһен ҡала ситенә сығара һәм күмеп ҡуя. Ул судта үҙ ғәйебен таный, тәфтишселәргә ир мәйеттең ҡайҙа күмеп ҡуйғанын күрһәтә.
Читайте нас