Быйыл үтәсәк VI Бөтә донья Фольклориадаһына, Башҡорт теле йылына, Йәлдәк ырыуының йыйылышына һәм Борай районының 90 йыллыҡ юбилейына бағышланған “Милли биҙәк” семинар практикумы районда үҙ эшен башланы.
Был сара төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының үҙенсәлекле баш кейемдәрен һәм балаҫ һуғыу серҙәрен өйрәнәсәк һәм ошо юҫыҡта эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға үҙҙәренең оҫталыҡтарын камилаштырыуға булышлыҡ итәсәк.
Семинар-практикум ике көн дауам итәсәк. Һөҙөмтәлә Борай районынан тыш, Мишкә, Асҡын, Балтас, Бөрө, Әлшәй райондарынан килгән оҫталарҙың тәжрибәләре менән танышыу, уртаҡлашыу мөмкин буласаҡ.
Фотолар: Рөстәм Исхаҡовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.