Йәмғиәт
6 Февраля 2020, 07:00

Владимир героймы, үлтереүсеме?

Педофил ҡулына эләккән үҫмерҙәр был турала нимә һөйләй?

Владимир Санкин героймы, үлтереүсеме? Был турала бәхәстәр әле һаман тынмай. Ике үҫмер малайҙы педофилдан ҡотҡарам тип, уны туҡмап үлтергән ир тарихы бар республиканы шаулата. Көндән-көн яңы факттар өҫтәлә, ниндәйҙер асыҡлыҡтар индерелә. “КП-Уфа” баҫмаһы журналистары зыян күргән малайҙарҙың береһе менән аралашҡан.
– Беҙ подъезда тора инек. Ул ир сыҡты ла үҙенә инергә саҡырҙы, нимәлер бирәм тине. Нимә тип һорағайныҡ аныҡ ҡына әйтмәне, – ти 13 йәшлек Илдар (исемдәр үҙгәртеп алынды). – Беҙ тәүҙә инмәҫкә булғайныҡ, тик Кәрим, әйҙә, ҡарайыҡ тине. Коридорға индек, бүлмәгә үтмәнек. Ул ир курткаһын систе лә беҙгә сисенергә ҡушты. Беҙ баш тартҡас аҡса тәҡдим итте – тәүҙә йөҙ һум, аҙаҡ 500 һум.
Ни эшләп 13-14 йәшлек үҫмерҙәр иҫерек иргә ҡаршы тора алмаған тигән һорауға Илдар беҙ тырышып ҡараныҡ, тик ул көслөрәк булып сыҡты тип яуап биргән.
– Аҙаҡ ул беҙҙе балта менән ҡурҡыта башланы. Үҙе уны алманы, шкафта ята тине. Беҙ ныҡ ҡурҡтыҡ. Ишек асыҡ ине, Кәрим ҡасып өлгөрҙө, ә мин юҡ, – ти Илдар.
Бала был хәлде ҡурҡыуы һәм стресс арҡаһында насар хәтерләүен белдергән. Ул был хәлде телефонға төшөрөргә уйлаған, тик ҡурҡышынан телефонын сығара алмаған. Ә Владимир килеп инеп ирҙе туҡмай башлағас, улар ситтән был хәлде күҙәтеп торғандар. Полиция килгәс кенә ҡасҡандар.
Ни эшләп таныш булмаған ир фатирына кергәндәрҙер, малайҙар аныҡ ҡына аңлата алмай. “Ҡыҙыҡ нәмә” ҡарағыбыҙ килде, ти улар.
– Дуҫым беренсе инеп китте, аптырағас мин дә артынан индем, – ти малай.
Үҫмерҙәр ныҡ ҡурҡҡан һәм Владимирға бик рәхмәтле. Эйе, ҡурҡыныс хәл булып өлгөрмәгән, тик Владимир килмәһә ни менән тамамланыры аңлашыла кеүек. Әйткәндәй, балаларҙы өйөнә саҡырған ир яңыраҡ ҡына ҡаты режимлы колониянан сыҡҡан. Ул 11 йыл буйына балаға ҡарата башҡарған енси енәйәт өсөн ултырған. Шулай булғас, ниәте, әлбиттә, аңлашыла.
Был осраҡта шуныһы ғына бер аҙ кәйефте ҡыра: ирҙәрҙең икеһе лә иҫерек булған. Шуға күрәме икән, Владимир көсөн иҫәпләмәй, тегене-быны уйламай туҡмаған да туҡмаған. Әгәр ни бары балаларҙы сығарып, теге ирҙең ишеген бикләп полиция саҡыртһа, барыһы ла ҡанһыҙ тамамланыр ине лә бит.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, йәмәғәт Владимирҙы яҡлай. Тик юристар ҙа үҙ фекерен белдерә: “Беҙҙең илдә үҙ белдегең менән хөкөм итеү тыйылған. Бының өсөн суд бар. Әгәр берәү, насар кешене булһа ла, үлтерә икән, йәмғиәттә мәшхәр башланыуы ихтимал бит”.
Әле Владимир Санкин өйҙәге арест аҫтында. Тәфтиш барғансы ул өйөнән сыҡмаҫҡа, телефон менән ҡулланмаҫҡа һәм дуҫтары менән осрашмаҫҡа тейеш.
Ә уны яҡлап булдырылған петицияға 40 мең самаһы кеше ҡул ҡуйған...
Читайте нас