Ил Президентының быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең иң ҙур өлөшө социаль өлкәгә, демография, ғаилә, тормош сифатын яҡшыртыу мәсьәләләренә ҡағылыуы ла ғәжәп тойолманы. Рәсәй халҡының былтыр – 35 мең 600-гә, ә 2018 йылда 99 мең 700 кешегә кәмеүе хәҙер социологтарҙа ғына түгел, бөтә йәмәғәтселектә ҙур борсолоу тыуҙыра, сөнки демография, тыуым илдең хәүефһеҙлеге тигән һүҙ. Тиңдәр араһында тиң булып, яҡшы тормошта йәшәү, дәүләтте көслө итеү өсөн демография күрһәткестәренең ыңғай булыуы шарт.
Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – социология фәндәре докторы, Өфө авиация техник университетының кафедра мөдире, профессор Рауил Талип улы НАСИБУЛЛИН – республикабыҙҙағы социаль һәм демография мәсьәләләрен тәрән өйрәнгән, төбәктең төрлө мөйөштәрендә булып, халыҡтың социаль хәлен, көнкүрешен үҙ күҙҙәре менән күҙәтеп, тейешле һығымталар яһаған һәм фекерен йәмәғәтселеккә ҡыйыу белдергән шәхес. Ил Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе социологтарҙа фән күҙлегенән ниндәй уй-фекер уятҡан? Йәмғиәтебеҙҙе артҡа һөйрәгән социаль сиргә дөрөҫ “диагноз” ҡуйылдымы-юҡмы?
– Рауил Талип улы, һеҙҙең өсөн демографиялағы көсөргәнешле хәл һис тә яңылыҡ түгел, әлбиттә. Социологтар күптән был хаҡта иҫкәртеп, саң һуҡты, тос фекерҙәре менән уртаҡлашып, йәмәғәтселеккә еткерергә тырышты. Быйылғы Мөрәжәғәтнамәлә илдең эске сәйәсәтенә ҙур урын бирелеүенә ҡарашығыҙ нисек?
– Минеңсә, Мөрәжәғәтнамәлә яңғыраған һәр фекер һәм сара бик ваҡытлы. Демографик һәләкәткә тарымау өсөн аныҡ эштәр кәрәк, ә йылдар буйы “бөттөк, харап булдыҡ” тип күпме генә ҡысҡырмайыҡ, был өлкәлә алға китеш булмаҫ.
Социологияла бик фәһемле Томас теоремаһы бар. Уның мәғәнәһе шунда: кеше тәртибендәге эҙемтәләр ысынбарлыҡ менән билдәләнмәй, ә уның тураһында кешенең фекере менән билдәләнә. Мәҫәлән, әгәр кеше үҙ аҡсаһын һалған банк бөлгөнлөккә төшәсәк тип ышанһа, мотлаҡ йүгереп барып аҡсаһын кире аласаҡ, уға башҡалар ҙа эйәрәсәк һәм банк, ысынлап та, күп тә үтмәй “шартлаясаҡ”. Демография мәсьәләһендә лә шул уҡ хәл. “Ҡыҙ-ҡырҡын бала тапмай хәҙер, тыуым быйыл тағы кәмегән икән”, тип һәр кем таныш-тоношо, күрше-күләне менән һүҙҙе күп сурытһа, күрегеҙ ҙә тороғоҙ, тирә-яғығыҙҙа сабый тауышы ишетелмәй ҙә башлар.
Халҡыбыҙҙың тормошон яҡшыртыу өсөн яуаплы етәкселәргә балалар һанын барлауҙан туҡталырға ваҡыт. Имен-һау сабыйҙар тупылдап тыуып торһон, ғаиләләр бәхетле, йортло, эшле булһын өсөн һин нимә эшләнең, тип һорағым килә уларҙан. Һәр кем үҙенә тәғәйен бурысын еренә еткереп башҡарһа, төҙөүсе ваҡытында йорт төҙөһә, игенсе иген икһә, етәксе идараны дөрөҫ ойоштороп, анализларға өйрәнһә, әлеге байтаҡ мәсьәләләр күптән ҡырҡыулығын юғалтыр ине.
– Ҡайһы саҡта ғаиләлә күҙгә салынмаған, әһәмиәтле тойолмаған үҙгәрештәрҙең дә йәмғиәттәге мөнәсәбәттәр системаһына йоғонто яһауы, хатта социаль тормош нигеҙҙәрен ҡаҡшатыуы мөмкин, тип әйтеүегеҙ ҙә иҫтә. Ә бына йәштәрҙең ситкә китеүенә ҡарашығыҙ нисек?
– Район мәктәптәрендә юғары класс уҡыусылары менән әңгәмәләр ойоштороу барышында уларҙың кем булырға, ҡайһы уҡыу йортона барырға теләүҙәре менән ҡыҙыҡһынғанда, бер-икеһе генә тыуған яғында ҡалырға теләк белдерә, кемдер ғүмер буйы тыуған төбәгенән башҡа ерҙе күрмәгән ата-әсәһенең кәңәшенә ҡолаҡ һала, үҙ төбәгендә яҡшылыҡҡа табан бер аҙым да яһалмауын күреп үҫкән быуын бәхетте ситтән эҙләргә кәңәш итә.
Һүҙ ҙә юҡ, хәрәкәттә – бәрәкәт, бындай өҙлөкһөҙ халыҡ ағымы артабан да буласаҡ. Әммә уны ла яйларға, көйләргә мөмкин, бары кеше өсөн эше, торлағы, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, инфраструктураһы булған шарттар тыуҙырырға кәрәк.
– Тәү сиратта нимәне күҙ алдында тотаһығыҙ?
– Мине бәләкәй генә түгел, ярайһы ҙур ғына ауылдарҙың бөтөүе, бушап ҡалыуы борсой. Был хәлдең эҙемтәләре билдәле бит инде, тыуым да, халыҡ һаны ла кәмей, иҡтисади эҙемтәләре тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.
1959–1989 йылдарҙа республикала ауылдар һаны ҙур тиҙлек менән ҡыҫҡарыуын ишетеп беләһегеҙҙер. Йылына 88 ауыл юҡҡа сыҡты, айына ете ауыл тамырынан ҡороно. Халыҡ кәмегән ерҙә үҫеш тә юҡ, киләсәккә өмөт тә аҙ. Иң алдынғы, ҡеүәтле илдәрҙең береһе булған Сингапур Белорет районы биләмәһенән 15 тапҡырға бәләкәйерәк, бер квадрат километрына һигеҙ мең кеше һыйған, ә Белорет районы биләмәһенең бер квадрат километрына ни бары ике кеше тура килә.
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһен ҡараһаҡ, республикалағы 1700-гә яҡын ауылда берҙән алып 100-гә ҡәҙәр кеше йәшәгәне асыҡланды, 98-ендә бер кем дә йәшәмәй, 320 ауылда 1–10, 735-ендә 11–50, 619-ында йөҙгә ҡәҙәр кеше йәшәүе билдәләнде.
Шуға күрә быйылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһы бер ни тиклем тулҡынландыра.
– Демографик көрсөктө һауыҡтырған “дарыу”ҙы социологтар ниҙә күрә?
– Беҙгә бер нисә бала тәрбиәләп үҫтергән ғаиләләргә ҡарата дәртләндереү, ярҙам сараларын ҡулланыу буйынса маҡсатҡа ярашлы эҙмә-эҙлекле сәйәсәт үткәреү ҡулайлы. Бөгөн Хөкүмәт ҡабул итәсәк сараларҙың һөҙөмтәһен алыҫ киләсәктә генә күрергә яҙыр.
Бөгөнгө этапта яңыса идара итеүгә күсеү зарурлығы тыуа. Дөрөҫ идара итеү – уңыштың 90 проценты тигән һүҙ. 1966 йылда Японияла илдә фәнни идара итеү проблемаларына арналған ҙур конференция үткәрелде. Ошонда яңғыраған тос фекерҙәргә, тупланған ғилми тикшеренеүҙәргә таянып, унда иҫ киткес ҙур үҙгәрештәр башланды. 1947 йылда һалам өҫтөндә көн күргән япон халҡы тырышлыҡ, аҡыллы идара итеү һөҙөмтәһендә байтаҡ илдәрҙе иҡтисади ҡеүәте, тормош сифаты яғынан уҙып китте. Илдең байыуы, халыҡтың мул тормошта йәшәүе өсөн нефть, газ булыуы мотлаҡ түгел.
– Тимәк, беҙгә әле был йәһәттән өйрәнәһе лә өйрәнәһе...
– Төрлө һөнәр кешеләре менән яҡындан, ихласлап аралашҡан бар. Мәҫәлән, берәү ике йөҙ баш йылҡы аҫрай, үҙ көсө менән тырышып-тырмашып йәшәп ята. Етәксе икәнһең, шундай егәрлеләргә ярҙам күрһәт, хатта аяҡҡа баҫҡансы һалым да түләтмә, продукцияһын һатыш! Иң ҡулайлыһы – кооперативҡа ойошоу, әлбиттә.
Аралашыуҙарҙың береһендә район хакимиәтендә эшләгән көслө зат вәкиле “беҙҙең райондың киләсәге юҡ инде ул” тип ысҡындырҙы. “Тимәк, һин үҙ урыныңда түгел, ҡустым, идара итергә ҡулыңдан килмәй”, – тип әйтергә бик тә уҡталып ҡуйғайным. Идара итеү “йомшаҡлығы” арҡаһында “вахтовиктар” категорияһы, ир-атһыҙ, атайһыҙ, тәрбиәсеһеҙ ғаиләләр күбәйә, тыуым кәмей, парҙар тарҡала.
Сит илдәрҙәге кеүек, күп балалыларға торлаҡҡа сертификат йәки әҙер йорт биргәндә, бар яҡтан да отошло булыр ине. Ер өсөн бирелгән 250 мең һум аҡса ғаиләнең торлаҡҡа ихтыяжын ҡаплай алмай, кәрәк-яраҡҡа бик тиҙ тотонолоп бөтәсәк.
Балаларҙа аҡса экономияларға тырышһаҡ, демографик упҡынға ҡолап, бөтөнләй унан сыға алмауыбыҙ ихтимал. Халыҡ кәмеһә, аҡса менән бер ни эшләп булмай. Үҙәк менән төбәктәр араһындағы ҙур айырма яҡшылыҡҡа килтермәй. Эш хаҡы бер нисә тапҡырға юғары булған ҡалаларға йәштәрҙең күпләп китеүе, илдең хеҙмәт баҙарындағы ауыр хәл үҫеште ныҡ тотҡарлай, ә үҫеш булмаған ерҙә балалар тыумай.
– Рауил Талип улы, социаль ярҙам саралары, бер яҡтан, әһәмиәтле тойолһа ла, әлегә улар тулы ҡәнәғәтләнеү тыуҙырмай, ти социологтар. Ни өсөн?
– Киләсәктә социаль именлек йүнәлешендә эшмәкәрлектең әүҙем алып барыласағына ышанам. Тейешле стимул һәм иғтибар булғанда күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр һанының артыуына ла шик юҡ.
Кеше, башҡа йән эйәләренән айырмалы, аҡыл, фиғел менән эш итә, тәжрибәгә таяна, ул халыҡтың социаль-иҡтисади яҡтан ҡатламдарға бүленеүенең тәрәнәйеүенә һиҙгер, донъяны танып белеүе даими үҙгәреш кисереүсән. Никахҡа ингән йәштәр өйләнер алдынан ҡайҙа йәшәрен, нисек ғаиләһен тәьмин итерен, ҡайҙа балаһын ҡалдырып торорон, ниндәй мәктәптә уҡытырын уйлай. Күпселек был мәсьәләләрҙе төптән уйлап хәл итмәйенсә, бала табырға баҙнатсылыҡ ҡылмай, ғаиләлә сабыйҙар тыуыу менән үҙҙәренең аҙ килемлеләр рәтенә төшөүен яҡшы аңлай.
Бының менән нимә әйтергә теләйем? Демографик көрсөктә әсәлек капиталын булдырыу – тәьҫирле ысул, әммә был ғына аҙ. Әсә хеҙмәтен тейешенсә баһаларға теләйбеҙ икән, ни өсөн уға лайыҡлы эш хаҡы түләмәйбеҙ? Башҡа ҡайһы бер үҫешкән илдәрҙәге кеүек. Әсәлек хеҙмәте – йәмғиәттәге иң файҙалы хеҙмәт. Демография менән “шөғөлләнеү”гә ваҡыт әрәм итергә ярамай, ә ғаиләләр өсөн уңайлы шарттар булдырыу хаҡында уйларға тейешбеҙ. Аҡса, пособие менән тыуымды арттырып булмай, кешегә мөнәсәбәтте яҡшыртыу, яҡты киләсәккә өмөт ҡабыҙыу менән шөғөлләнергә кәрәк. Лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алған атай пособие юллап йөрөмәйәсәк, Себер тарафтарына ла юл тотмаҫ.
Демографик күрһәткес – ул хеҙмәт баҙары, сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм башҡа тармаҡтарҙың эшмәкәрлеге, идара итеү таһыллығы һөҙөмтәһе. Ошо “сылбыр”ҙың бер өлөшө генә өҙөлһә лә, йәшәйештә мотлаҡ кире сағылыш табасаҡ.
Рәсәй Президенты бынан тиҫтә йыл элек үк тыуымды арттырыуҙы милли мәсьәләләр рәтенә ҡуйҙы. Ғаилә институтына мөнәсәбәтте үҙгәртеү, уның ыңғай образын тыуҙырыу бик күп йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Шуның береһе, әлбиттә, ил Президентының быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендәге яңы йүнәлештәр. Әммә иртәгәһе көнгә ышанысты арттырыу өсөн был ғына етмәй, ярлылыҡты кәметеү, хеҙмәт баҙарын көйләү өсөн тәьҫирле юлдарҙы эҙләү мотлаҡ.