Йәмғиәт
7 Февраля 2020, 11:03

Бөрйәндең матурлығын күрмәү мөмкин түгел

Сираттағы эштәр Бөрйән тарафтарынан килеп етте. Уны беҙгә Инзирә Ишморатова (Баязитова) ебәрҙе. Ул – һөнәре буйынса психолог, “Ғаилә” үҙәгенең Бөрйән районындағы бүлегендә эшләп, әлеге мәлдә декрет ялында Шайморат исемле ул үҫтерә. Үҙе лә, тормош юлдашы Азат та тәбиғәткә ғашиҡтар, ире “Башҡортостан” дәүләт ҡурсаулығында эшләй. Ялда ултырһа ла, фото төшөрөүҙе онотмай Инзирә, уңайы сыҡҡан һайын ҡулына фотоаппарат ала.

– Тәбиғәте иҫ киткес бит беҙҙең райондың. Шул матурлыҡты нисек фотоға төшөрмәйһең инде? Был шөғөл матурлыҡты күрергә, ваҡ ҡына әйберҙәрҙе лә тойорға өйрәтә. Бәләкәй саҡтан уҡ игеҙәгем Нурзилә менән икебеҙҙә фотоаппаратлы булыу теләге йәшәне. X класта уҡыған саҡта аҡса эшләнек һәм пленкалы фотоаппарат алдыҡ. Әле сифатлы “Кэнон”ға төшөрәм. Тәүҙә үҙебеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы ғына һынландыра инек, тыуған яғыбыҙҙың матурлығын башҡалар ҙа күрһен тип, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә төркөм дә асып ебәрҙек, – ти ул.

Әйҙәгеҙ әүҙемерәк булайыҡ! Бер нисә матур фотоһүрәтегеҙҙе alfia.85@bk.ru йәки bashkortostan.gazeta@mail.ru электрон адрестарына “Йәшәйеш – ул үҙе бер миҙгел!..” фотоконкурсына” тип ебәреүегеҙ һорала. Шарттар буйынса, беҙ һеҙҙән хозур тәбиғәт күренештәре, замандаштар, йәнлектәр, төрлө мәлдәр сағылдырылған матур, йәнле эштәр көтәбеҙ. Еңеүсе авторға бүләк тапшырыласаҡ.
Читайте нас