Был бисара ҡатындың яҙмышы тураһында яҙғайныҡ инде. Өфөлә биш бала әсәһен тәүге ире бысаҡ менән сәнсеп үлтергән. Әле “Проуфу” баҫмаһы был хәлгә аныҡлыҡ индерә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ир элекке ҡатынын, тегенеһе әйберҙәрен алырға тип килгәс, бысаҡ менән сәнсеп үлтерә. Алинаның (исеме үҙгәртеп алынды) ул ирҙән өс балаһы була. Тик айырылышҡандан һуң ире менән ҡәйнәһе ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итә һәм балаларҙы үҙҙәренә ала. Балалар әле өләсәһе менән.
Алина икенсегә кейәүгә сыҡҡас, йәнә ике бала таба. Тик был балалар ҙа әсәһе менән йәшәмәгән. Улар балалар йортона эләгә, ҙурын бер ғаиләгә алғандар, бәләкәйе әле һаман шунда икән.
Һәм бына бөгөн билдәле булыуынса, ҡатындың кәүҙәһе әле һаман моргта ята. Яҡындарының береһе лә уны алып ҡайтырға һәм ерләргә йыйынмай.
Алинаның туған булған кешеһе белдереүенсә, уның икенсе ире, шулай уҡ бер туған ағаһы һәм апаһы кәүҙәне барып алырға йыйынмай. “Проуфу” хәбәр итеүенсә, улар тәртипһеҙ тормош алып бара һәм яҡын кешеләрендә ҡайғылары юҡ.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был енәйәт 29 ғинуарҙа уҡ була, меҫкен ҡатындың кәүҙәһе бер аҙна самаһы моргта ята. Төрлө кешеләр була, төрлө хәлдәргә тарыйбыҙ. Тик шул тиклем дә ҡаты бәғерле булыу дөрөҫ түгелдер...