Өфөлә 25 йәшлек егетте колонияла ут сығарыуҙа ғәйепләйҙәр. Янғын арҡаһында килгән матди зыян 3,8 миллион һум тәшкил иткән.
Хәл 2018 йылдың март айында уҡ була. Тотҡон үҙе ултырған 13-сө изолятор колонияһы начальнигына мөрәжәғәт итеп, никахһыҙ ҡатыны менән осрашыу һорай. Әммә уның был үтенесен ҡәнәғәтләндермәйҙәр.
Төндә был ир, асыуланып, хужалыҡ блогының ишеген емереп асып, ут төргәге ырғыта. Баҡтиһәң, янғын һағында эшләгәнлектән, ул колония биләмәһендә иркен йөрөй алған икән.
Әле тотҡон үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған. БР Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, енәйәт эше Калинин районы судына ебәрелгән.