Йәмғиәт
7 Февраля 2020, 10:00

Һынауҙарҙы еңер көс бар

“Әсәй, әсәкәйем! Юҡ, был дөрөҫ түгел! Был төш кенә…”

Хәрби хеҙмәтенең ярты срогын тиерлек бер киҫәтеү-иҫкәрмәһеҙ үтәгән Айратты часть командиры үҙенә саҡырып алды. “Рядовой Ғәлимов, һиңә сираттан тыш ял. Ваҡытында килеп ет”, – тип иҫкәртте. Тыуған өйөнә ҡайтып килергә бик өмөтләнһә лә, егет мәсьәлә былай тиҙ генә хәл ителер тип көтмәгәйне. Ана, хеҙмәткә унан алда алынған иптәштәренең дә ҡайһы берҙәре әле ялға ҡайтмаған.


Бәлә көтмәгәндә килә...


Көтөлмәгән шатлыҡтан ауыҙын йырыуын тыя алмайынса, рядовой Ғәлимов командирға “Есть!” тип честь бирҙе лә, казармаға сығып китергә боролғайны, уйсан ҡарашлы, урта йәштәрҙәге часть командиры, ҡулындағы ҡағыҙҙан күҙен алмайынса ғына: “Бына әсәйеңдән телеграмма килгән. Сирләп киткән”, – тип өҫтәне.


Егеттең башынан мең төрлө уй үтте. Һуңғы хатында уға әсәһе: “Улым, ҡаты сирләп киттем. Һине бик тә күргем килә”, – тигәйне. Айрат әсәһен тыныс­ландырып яуап яҙҙы: “Бына ваҡыты еткәс, тиҙҙән ялға ҡайтам, борсолма”.


Егет әйберҙәрен тиҙ генә йыйҙы ла шул уҡ көндә юлға сыҡты. Бер көнлөк араны башта поезда, аҙаҡ автобуста үтеп, ауылына ҡайтып инһә, өйҙәре янына йыйылған халыҡты һәм кешеләрҙең уға төбәлгән сәйер ҡарашын күреп, аптырашта ҡалды. Ҡырҡ өс йәшлек әсәһе­нең ҡаты ауырыуҙан вафат булғанын белмәйенсә, уны һәм туғыҙ йәшлек ҡустыһын күрер­гә ҡайтҡан егет, өйгә ҡайғы килгәненә ышана алмайынса, тупһа аша атлап инде лә, әсәһенең өй уртаһында ятҡан кәүҙәһен күреп, баҫҡан урынында ҡатып ҡалды.


Энекәше Рәүил, уны күреп, урынынан һикереп торҙо ла: “Ағай! Әсәй үлде… әсәй үлде…”, – тип ағаһының ҡосағына һыйынып, үкһеп-үкһеп иларға тотондо. Көтөлмәгән был хәлде йәп-йәш кенә башына һыйҙыра алмаған Айрат, энекәшен ҡосаҡлап, әйтер һүҙ таба алмайынса, әсәһенә ҡарап тынып ҡалды. “Әсәй, әсәкәйем! Нисек мөмкин был?! Үҙ ҡулың менән яҙған һуңғы хатың ике аҙна элек кенә килде бит. Юҡ, был дөрөҫ түгел! Был төш кенә… Был мөмкин түгел…”


Тик был әсе, аяуһыҙ хәҡиҡәт булып сыҡты. Киҫелгән ғүмер ептәрен ялғар­лыҡ бер көс тә юҡ шул донъяла. Хәрби хеҙмәттәге оло улын һуңғы тапҡыр күреү хыялына ирешмәгән, кесе улын үҫтереп, кеше итеү бәхетен татымаған әсәләре бик иртә баҡыйлыҡҡа – дүрт йыл элек вафат булған ире янына китте. Туғыҙ йәшлек үҫмер малай менән егерме йәшлек ағаһы был донъяла икеһе генә ҡалды.


Айрат хеҙмәт иткән еренә башҡаса барманы. Район военкоматынан рәсми хат яҙып, тиҙ арала уны хәрби хеҙмәттән азат иттеләр.


Ата-әсәһеҙ ҡалған Рәүил бер минутҡа ла ағаһы янынан кит­мәне. Уҡыған мәктәбенең класс етәксеһе, балалар йортона документтар әҙерләргә кәрәк, тип Айрат менән кәңәшләшергә килгәс, Рәүил, ағаһының муйынына аҫылынып: “Ағай, бир­мә мине детдомға. Ағай, бирмә, зинһар…” – тип ҡабатларға тотондо. Ағаһы уны бер ҡайҙа ла ебәрмәне.


Тормош яйланды


Тиҙ арала колхозға механизатор булып эшкә урынлашып, ике туған бергә йәшәй башланы. Рәүил ҡул араһына бик тиҙ инде. Ағаһы эштән ҡайтыуға, башта бәрәңге, йомортҡа бешереп торһа, һуңыраҡ аш та әҙерләп ҡуйыр булды. Ағаһы уны балалар йортона ғына бирмәһен, Рәүилгә бер ни тормай хужалыҡты алып барыу! Әсәһе иҫән саҡта бик яратмаған бәрәңге сүбен дә утай малай, кишергә лә һыу һибә. Утын да яра. Һыйыр һауырға ғына ояла ул. Осло күҙле ҡыҙҙар күрһә, ирештерәсәктәр! Ярай, һыйырҙы күрше Әнисә апайҙары һауып бирә.


Ауыр түгел уға һис тә ағаһы менән, тик әсәһе булмау ғына бик ҡыйын. Рәүилдең уны бер мәлгә лә онотҡаны юҡ. Атай­ҙары иҫереп, юл һәләкәтенә осрап үлгәс тә, әллә бәләкәй бул­ғанға, былай уҡ ныҡ ҡайғыр­мағайны малай. Бына әле әсәһен тыңламаған саҡтарын иҫенә төшөрә лә уның ваҡытһыҙ үле­мендә үҙен ғәйепле тоя. Ағаһына күрһәтмәҫкә тырышып илап та ала. Энекәшен үҫтереп маташ­ҡан туғанына һис тә еңел түгеллеген нығып етмәгән аҡылы менән аңлай үҫмер малай, шуға күрә ул ағаһына ауырлыҡ килтермәҫкә тырыша. Мәктәптә лә гел һәйбәт уҡый, йортта ла беренсе ярҙамсы.


Йәш аралары шаҡтай ғына булғанлыҡтан, элегерәк эне­кәшенә “ваҡ-төйәк” тип ҡараған Айрат та үҙгәрҙе. Туғанының яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойоп, нисектер, үҙе лә һиҙмәҫтән, үҫеп китте, етдиләнде. Ҡайһы ваҡыт Рәүил менән балаларса пыр туҙышып шаярып алһалар ҙа, уға бик тиҙ ололар аҡылы, төҫө, ҡиәфәте инде. Шулай ике туған бер-береһен үҫтереште.


Егерме өс йәш тулғанда Айрат йөрөгән ҡыҙы Айгөлгә өйләнде. Төшәһе йортонда етем бала барлығын алдан белгән Айгөл, башта Рәүил менән мөнәсәбәттәре әҙерәк насар булһа ла, үкһеҙҙең йөрәгенә юл таба белде. Әсәй наҙына һыуһаған малайға татлы телен, яҡты йөҙөн ҡыҙғанмайынса, тиҙ арала яҡын дуҫ булып киттеләр. Өйҙә уңған хужабикә барлыҡҡа килеү ҙә малай өсөн бик уңайлы ине. Ни тиһәң дә, иҙән, һауыт-һаба йыуыу, бәрәңге әрсеү егеттәр эше түгел инде. Еңгәһе ут уйната ҡулында.


Тиҙҙән йәш ғаиләнең бәхете тағы ла артты. Яҙғы бер көндә, ап-аҡ биләүҙәргә урап, бер илаҡ малай алып ҡайттылар. Айрат менән Айгөл үҙ балалары Рифатты ла, энекәштәре Рәүилде лә тигеҙ күреп үҫтерҙе. Ата-әсәһен алмаштыра алмаһа­лар ҙа, ҡаҡманылар-һуҡманылар. Рәүил дә был илаҡ малайға бик тиҙ эйәләшеп алды. Ҡулынан төшөрмәне, уйнатты, йыуатты.


Ваҡыт үтә торҙо. Рифат менән ҡыуышып үҫә торғас, Рәүил уңышлы ғына мәктәпте лә бөтөрҙө. Ваҡыты еткәс, хәрби хеҙмәткә алынып, унан шофер һөнәре алып ҡайтҡан егет район үҙәгендә дөйөм ятаҡта йәшәп, машина йөрөтә башланы. Ата-әсәһе урынына үҙен үҫтергән ағаһы менән еңгәһен Рәүил онотманы. Аҙна һайын килеп йөрөнө. Кәрәк саҡта ярҙам итте.

Бер килеүендә ул ағаһы ме­нән еңгәһен туйға саҡырып китте. Ашханала ашнаҡсы булып эшләгән йомро кәүҙәле, асыҡ сырайлы Роза менән артыҡ ҙур булмаған туй яһап, ҡауышып та ҡуйҙылар. Бала саҡта тормош артыҡ иркәләмәгән, боҙ­маған ауыл ҡыҙы иренә яҡшы ҡатын булып сыҡты. Рәүил ҡайтыуға улар йәшәгән дөйөм ятаҡ бүлмәһендә тәмле аш-һыу еҫе аңҡып тора, өйҙәре һәр саҡ таҙалығы, бөхтәлеге менән айырылып торҙо. Етмәһә, ике ғаилә йыйылып, малайҙарҙан икән Ғәлимовтарҙың бәхете, тип яңы тыуған бәпәйҙәрен ҡотлап йыуҙы.


Көтөп, теләп алынған сабый­ға Зөфәр тигән исем биреп, шат­лыҡта-ҡыуаныста малай үҫтерә башланылар. Әкренләп шулай тормош яйланды. Рәүилдең бала саҡта алған күңел яралары ла төҙәлә башланы. Атай-әсәйһеҙ үткән үҫмер сағын иҫкә алып, йыш ҡына моңһоуланһа ла, үҙенең ғәзиз балаһына, һөйгән ҡатынына ҡарап, бәхетенә ҡыуана белде.


“Бәпәй көтәм...”


Ҡайғыны ла, шатлыҡты ла бергә күтәргән ике туғанға тормош көтмәгәндә тағы бер ауыр һынау ебәрҙе. Матур ғына йәшәп ятҡанда Айрат менән Айгөлдөң үҫеп бөткән берҙән-бер улдары Рифат һыуға батып үлде.


Ике ғаилә өсөн ҡара көндәр башланды. Бала ҡайғыһынан эсә башлаған Айрат туҡтай алманы һәм туҡтарға теләмәне лә. Ауыр көндәрҙә ағаһы янынан китмәгән Рәүил көсһөҙ ине. Уның әйткән һүҙҙәрен ағаһы ишетмәне лә, тыңламаны ла. Ҡатынының күҙ йәштәре менән ялбарғанын бар тип тә белмәне. Кинәт килгән бәлә уны һындырҙы. Ҡайғыһын араҡы менән йыуырға тырышҡан ир шешә төбөнә төшкәндән-төшә барҙы.


Туғаны ҡайғыһынан иҫәңге­рәп йөрө­гән Рәүил бер көн, башына бер уй килеп, ҡатыны менән кәңәшләште лә маши­наһын ағаһының йорто янында туҡ­татты. Ағаһы ятҡан бүлмәгә инде лә, уны елкәһенә һалып, машинаға индереп һалды. Бер нимә аңламаған Айрат ҡа­рышманы ла тиерлек. Ул иртәгәһенә энеһенең өйөндә башы сатнап ауыртыуға түҙә алмайынса уянды.


Баш төҙә­тергә күп­ме һораһа ла, Рәүил уны ҡыҙған­маны, араҡы һал­маны. Сығып ҡасырға маташ­ҡан ағаһын бүлмәгә ябып уҡ ҡуйҙы. Эшенән ял һорап алып, бар ваҡытын бәләгә тарыған туғаны янында үткәрҙе. Йәшәү теләген юғалтҡан Айрат күҙ­ҙәрен түшәмгә төбәп ятты ла ят­ты. Һөйләшергә ымлаған Рә­үилгә яуап бирмәне, ашарға индергән Розаға күҙ ташламаны.

Шулай өс көн уҙҙы. Кис Рәүил Айрат ятҡан бүлмәгә улын етәкләп инде. Ике йәш ярымлыҡ Зөфәр диванда ятҡан Айрат янына барҙы ла “Ағай!” тип, бала усы менән сат-сот итеп, уның күкрәгенә һуҡҡылай башланы. Айрат беренсе тапҡыр шул бәләкәй бала аша донъяға күтәрелеп ҡараны. Ә донъя уның өсөн төҫөн, тәмен, мәғә­нәһен юғалтҡайны.


“Ағай!.. Ағаҡай…” уның янынан китмәне бәләкәй генә Зөфәр. Үрмәләп янына менеп үк ятты. Айрат томанлы күҙҙәре менән балаға ҡарап торҙо ла ҡарашын энеһенә күсерҙе. “Ағай, тыңла әле мине, зинһар, – тип һүҙ башланы Рәүил. – Үҙең беләһең, әсәй үлгәс, һеҙ Айгөл апай менән миңә атай ҙа, әсәй ҙә булдығыҙ. Мине ташламанығыҙ. Етемлек­тең ни икәнен белмәнем һеҙҙең арҡала. Үҙ ауыҙығыҙҙан өҙөп, миңә ҡаптырҙығыҙ. Кеше итте­геҙ. Мин һеҙгә рәхмәтемде беренсе генә әйтеүем түгел. Быға хәтлем ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә булдыҡ. Ә ниңә һуң һин хәҙер ҡайғыңды үҙең генә күтәрәһең? Ниңә уны уртаҡ­лашырға ирек бирмәйһең?”


Айрат өндәшмәне. Ул, беренсе күргәндәй, өҫтөнә атланған Зөфәрҙе күҙәтә ине. Рәүил бер тын һүҙһеҙ торҙо ла дауам итте: “Аңлайым мин һине, ағай. Һиңә нисек ауыр икәнлеген аңлайым. Һаҡлай алманыҡ Рифатты. Тик һиңә уның артынан эйәрергә кәрәкмәй. Иртә әле беҙгә унда барырға. Өлгөрөрбөҙ, ағай…”


Айрат тороп ултырҙы ла ҡалтыранған ҡулдары менән кескенә Зөфәрҙе ҡулдарына алды. “Ағай, һин мине үҫтерҙең. Әйҙә, балабыҙҙы ла үҫтереш”, – тине Рәүил, ағаһынан күҙҙәрен алмайынса. Айрат бер һүҙ ҙә өндәшмәне, алдында ултырған Зөфәрҙе һаҡ ҡына күкрәгенә ҡыҫып ҡуйҙы.


Ишектә ҡыңғырау зыңланы. Ишек төбөндә ике туғандың һөйләшкәнен тын да алмай тыңлап торған Роза тиҙ генә барып йоҙаҡты борғайны, бүлмәгә ашығып, йүгерә-атлай тиерлек Айгөл килеп инде. Күҙҙәре иренең күҙҙәре менән осрашҡас, әкрен генә: “Бәпәй көтәм…” – тип бышылданы.


Свердловск өлкәһе.
Читайте нас