Йәмғиәт
7 Февраля 2020, 20:16

"Армияға барғым килмәй"

- 180 мең һум бирһәң...

Өфөлә йәшәгән ир хәрби билет алырға ярҙам итеүҙә аралашсы була, хәҙер ул ришүәтселектә ғәйепләнә.

Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән йыл аҙағында хәрби хеҙмәткә барғыһы килмәгән 20 йәшлек егет, таныштарының тәҡдимен тотоп, армиянан "ҡасырға" ярҙам итәсәк кешегә мөрәжәғәт итә. Был әҙәм “хеҙмәт” өсөн 180 мең һум һорай. Һуңынан егет үҙенең законға ҡаршы эшләүен аңлап, тәртип һаҡлау органдарына хәбәр итә.

Оператив тикшереү барышында аралашсы енәйәт өҫтөндә ҡулға алына.

Әле был хәлде асыҡлау эштәре бара.

Фото Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы төркөмөнән.
Читайте нас