Ҡартайған көнөмдә илле йәшлек ҡатынымдың ауырлы икәнлеген белеп шаҡ ҡаттым. Был, әлбиттә, мөғжизә һәм көтөлмәгән яңылыҡ. Тик миңә ул бала кәрәк түгел.
Ҡатыныма – 50, миңә 57 йәш. Беҙ уның менән бәхетле генә ғүмер юлы үттек. Ҙурайып бөткән ике балабыҙ бар. Хатта олатай менән өләсәй булып та өлгөрҙөк. Дүрт йәшлек ут кеүек шуҡ һәм аҡыллы ейәнсәребеҙ бар. Матди яҡтан барыһы ла яҡшы. Ҡалала фатирыбыҙ, Өфө янындағы ауылда дачабыҙ, икебеҙҙең дә машина бар. Яҡшы урында эшләйбеҙ.
Балалар айырылып сыҡты. Ҡыҙыбыҙға 30 йәш, ул кейәүҙә, ҡыҙы бар. Улыбыҙға – 25, ул да айырым сыҡты, оҙаҡламай өйләнергә йыйына. Һәм бына шулай тыныс ҡына ҡартлыҡҡа, пенсияға сығырға тип әҙерләнеп йөрөгәндә ҡатыным һушты алды. Ул үҙе - диндар кеше, аборт яһатмайым, Хоҙай биргәс, ул баланы табам, ти. Ә мин ҡаршы. Һәм ни өсөн икәнлеген аңлатып китмәксемен.
Әйтеүемсә, өс йылдан миңә алтмыш тула. Ул бала мәктәпте бөтөүгә, иҫән булһам, 75 йәш туласаҡ. Олатайҙар ҙа йәшерәк була бит, ә мин ҡартатай булырға тейеш. Үҙемдең атай менән әсәйем етмешен дә тултырмай баҡыйлыҡҡа күсте. Уларға оҡшаһам, мин дә йөҙгә етмәм. Балам тыуып та өлгөрмәй, атайһыҙ үҫеүе ихтимал. Мин уны бындай һынауға дусар иткем килмәй. Ҡатыным үҙенең йәше тураһында ла уйламай. Иллене үткәс бала табыу һаулығында ниндәй эҙемтә ҡалдырыр, кем генә белә инде. Бәлки, тапҡан саҡта уҡ сәләмтлегенә ҙур зыян килер. Ул сабыйға ла ҡартайып бөткән әсәй менән атайҙың балаһы булыуы еңел бирелмәҫ. Уны пенсия аҡсаһына үҫтерербеҙме? Аҙаҡ нисек тә үҙаллы тормошҡа ла ебәрергә кәрәк бит.
Бәләкәй бала һөйгө килә, әлбиттә, тик бының өсөн ейәнсәрем етә. Улымдың да балалары булыр, бәпестәрҙе күп күрербеҙ тим. Әммә ҡатынымды күндерә алмайым. Ул бер ни ҙә ишетергә теләмәй. Нисек уны был уйынан кире ҡайтарырға? Балаларға был яңылыҡты әйттем, улар ҙа ҡаршы һәм килеп әсәһе менән һөйләшмәкселәр. Ниндәй аҡыллы һүҙҙәр менән уны кире уйлатырға икән?
(Өфөлә йәшәгән ирҙең һөйләгәндәренән).