Санкт-Петербург ҡалаһы банктарының береһендә Федераль именлек хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре ялған документтар менән бер мәрхүм эшҡыуарҙың иҫәбенән 580 миллион һум аҡсаһын урларға йыйынған дүрт ирҙе ҡулға ала.
Ғәйепләнеүселәр был енәйәткә алдан әҙерләнеп, нотариус ҡултамғаһы менән законлы нығытылған үлем тураһындағы ялған документ, 2019 йылда мәрхүм булған Мәскәү эшҡыуарының мираҫына хоҡуҡтары булыу хаҡында ялған танытма эшләтә. Унан банкка киләләр. Хеҙмәткәрҙәрҙән мәрхүмдең ун иҫәбендә һаҡланған аҡсаларҙы алдан асылған бер иҫәпкә күсереүҙәрен һорайҙар. Бәхеткә күрә, улар ниәтен атҡара алмай - Федераль именлек һәм банктың хәүефһеҙлек хеҙмәттәре тарафынан ҡулға алына.
Ҡулға алынғандар үҙ ғәйебен тулыһынса таныған. Уларҙың Уралдан, Краснодар крайынан, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан икәне асыҡланған. Ә Санкт-Петербургтан булғаны хатта Рәсәй банктарының береһендә хәүефһеҙлек хеҙмәтендә эшләгән. Краснодар крайынан ғәйепләнеүсе урлашҡаны өсөн федераль эҙләүҙә икән.
Хоҡуҡ һаҡсыларының белдереүенсә, был енәйәтсел төркөмгә Башҡортостан кешеһе етәкселек иткән. Ул үҙен ялған рәүештә мәрхүм эшҡыуарҙың вариҫы тип танытып, енәйәтте ойоштороп, банктан ҙур күләмдәге аҡсаны алырға тейеш булған.
Ваҡиғала ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған, енәйәт эше ҡуҙғатылған.