Йәмғиәт
8 Февраль 2020, 16:00

"Тәм-том булмаһа, уҫалға әйләнәм"

Гөлназ Асаева электән диетала ултырырға мәжбүр...

Ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе диета тота тиһәк, хаҡ булмаҫ.
Был йәһәттән бигерәк тә сәхнә кешеләре айырылып тора. Улар бит һәр саҡ матур йөҙлө, зифа буйлы булырға тырыша.

Бер нисә көн элек Гөлназ Асаева Инстаграм аша уҡыусыларына диетала ултырғанын хәбәр итте.
"Был айҙа ҡаты диетаға ултырҙым, әммә тәм-томһоҙ әллә ниндәй уҫалға әйләнәм. Һеҙ ҙә шулаймы ул? Кисә хәтәр ныҡ торт ашағы килде, үләм тип торам..." – тип яҙған Гөлназ.

Ул тиҙ һимерә торған кешеләрҙән икән. Шуға ла диета тоторға мәжбүр. "Бәләкәйҙән шулаймын, күп ашай башлаһам, шунда уҡ беленә", – тигән йырсы.
Фото: Инстаграм.
Читайте нас