Йәмғиәт
8 Февраль 2020, 07:30

Улар бала хаҡында хыялланған

"Ерләү өсөн аҡсаның бер өлөшөн беҙ бирҙек, сөнки апаһы, аҡса юҡ, тине, – ти Полина. – Уның ҡайғыһын уртаҡлаштыҡ..."

Ике балаға ҡаныҡҡан педофилды үлтергән Владимир Санкиндың ҡатыны Полина был хәлгә ҡарата үҙенең фекерҙәрен белдергән һәм пландары тураһында һөйләгән.
Баҡһаң, Владимир ҡулынан һәләк булған педофилдың яҡындары уны ерләүҙән баш тартҡан икән. Ул кешенең яҡын туғандары араһында апаһы ғына ҡалған. Тик ҡатын пенсияла һәм үҙаллы ҡустыһын ерләй алмаған. Санкиндар ғаиләһе уларға ярҙам килгән.
– Ерләү өсөн аҡсаның бер өлөшөн беҙ бирҙек, сөнки апаһы, аҡса юҡ, тине, – ти Полина. – Владимир бит ирҙе үлтерергә теләмәгән, яңылыш шулай килеп сыҡҡан. Апаһының ҡайғыһын уртаҡлаштыҡ.
Әйткәндәй, педофилдың апаһы фекеренсә, был фажиғәлә тик алкоголь ғәйепле. Проблеманы башҡарасаҡ та хәл итеп булғандыр тип уйлай ул.
– Икеһе лә иҫерек булғас, хәл шулай тамамланған, тип уйлай апаһы. Ул ҡустыһын да яҡлашмай, минең иремде лә ғәйепләмәй. Тик шуны өҫтәне: үлтермәй генә хәл итеп булған да бит, тик алкоголь ҡамасаулаған, – ти Полина.
Владимир менән Полина ун йыл никахта. Ҡатын белдереүенсә, ире кешеләр менән низағлашып йөрөмәгән, туғандарына һәр ваҡыт ярҙам иткән. Ул кистә үҙе эшләгән автосервистан ҡайтып килгән һәм бер шешә һыра эскән.
– Ирем гел бер ерҙән йөрөй. Малай килеп ярҙам һорағас, ул ярҙам итәм тип йүгергән, үлтерергә уйламаған. Ни эшләп ҡыҫылдың һуң тип һорағас, “Мин нисек үтеп китергә тейеш инем?” тип әйтте. Владимир ул кешене белмәгән, ә балаларҙы күргәне булған. Малайҙар ошо тирәлә йәшәй. Тик улар һәм ата-әсәһе менән шәхсән таныш түгелдәр ине, – ти Полина.
Судта бер малайҙың әсәһе Владимирға улын ҡотҡарған өсөн рәхмәт әйткән, нисек булдыра алам - шулай ярҙам итәм, тигән.
Полина менән Владимир оҙаҡламай ата-әсә булырға йыйынған.
– Беҙ бала тураһында хыяллана инек. Быйыл хатта ремонт эшләй башланыҡ. Һаулығым менән әҙерәк проблема бар, тик мин дауаланам һәм быйыл ауырға ҡалырға йыйына инем. Хәҙер артабан нимә эшләргә, белмәйем, – ти ҡатын.
Билдәле булыуынса, Владимир Санкиндың ғәйебе танылһа, уны 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү көтә. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, халыҡ уны яҡлаша. Хәл ни менән тамамланыр, көтәйек.
Фото: "Проуфу"
Читайте нас