Йәмғиәт
9 Февраля 2020, 11:05

Ниһайәт...

Һыуытты. Тик ҡасанға тиклем?

Бөгөн Башҡортостанда ысын ҡышҡа хас һауа торошо урынлашты. Иртәнге сәғәттәрҙә Өфөлә термометр бағанаһы -18...-21 градусты күрһәтә ине, республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә -30 градусҡаса һыуытты.
Бөгөн урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ, юлдарҙың айырым участкаларында боҙ ҡатламы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Төндә -20...-30 градус буласаҡ.
Иртәгә, 10 февралдә лә, бер аҙ ҡар яуыуы, еңелсә буран сығыуы көтөлә. Юлдарҙа ҡар һырынтылары һалыуы ихтимал. Көндөҙгө һауа температураһы -10...-15 градус булһа, төндәгеһе -20...-25, аяҙытҡанда -30 тәшкил итәсәк.
11 февралдә көн бер аҙ йылыта: көндөҙ -7...-12, төндә -10...-15, аяҙытҡанда -20 градус буласаҡ.
Артабан сасҡау һыуыҡтар бер аҙ сигенәсәк, 20 февраль тирәһенә тағы ла йылытып, һауа температураһы -3...-5 градус буласаҡ, тип күҙаллай синоптиктар.
Фото: today.kz
Читайте нас