Йәмғиәт
9 Февраля 2020, 13:05

Ташландыҡтар илаҡ булмай...

Бер-ике көн ятып хәл йыйған Алина, ҡыҙынан баш тартыуы тураһында ғариза яҙып, бер ни булмағандай биҙәнеп-төҙәнеп, дауахананан сығып китте...

Үҙ ғүмеремдә өс тапҡыр әсә кешенең сабыйынан баш тартыу осрағының шаһиты булырға тура килде. Ул саҡта, әллә йәшлек менән, әллә әле генә әсә булыу бәхетен кисереүҙән, был хәлгә нисектер тыныс ҡараған һымаҡ инем. Хәҙер, ваҡыты-ваҡыты менән, шул сабыйҙар ҡайҙа, яҙмыштары нисек икән, тип уйланып алам.
...Ауыл ҡыҙы, 20 йәшлек Әлфинәнең ике йәшлек улы бар, күптән түгел ире менән айырылған ине. Һау-сәләмәт, туптай икенсе малайын алыуҙан баш тартты. “Яңғыҙым ауылда нисек үҫтерермен? Ярҙам итер әсәйем дә юҡ”, – тип өҙгөләнде бисара. Табиптар бергәләп тә, айырым-айырым да һөйләште уның менән, әммә йәш ҡатын ныҡ торҙо, сабыйын ҡалдырып ҡайтып китте.
...Бер төндә бала табыу йорто ҡапыл “геү” килеп алып китте. Табиптар тегеләй ҙә, былай ҙа йүгерешә. Ниҙер булғанлығын аңлағайныҡ инде. Унан алдағы көндә “Ашығыс ярҙам” Алина исемле 17 йәшлек мәктәп уҡыусыһын алып килгәйне. Табиптар уға ярҙам күрһәтеп, хәлде яйлағайны. Баҡтиһәң, кискә табан хәле яҡшырған ауырлы ҡыҙ дауахананан ҡасып сыҡҡан һәм төн уртаһында тағы “Ашығыс ярҙам”да килтерелгән. Ҡыҙҙың ниндәйҙер ярамаған матдәне артыҡ ҡулланып ағыуланыуын, төнө буйы үҙенең дә, баланың да ғүмере өсөн көрәш барыуын иртәнсәк кенә белдек. Бер-ике көн ятып хәл йыйған Алина, баланан баш тартыуы тураһында ғариза яҙып, бер ни булмағандай биҙәнеп-төҙәнеп, дауахананан сығып китте. Ауыр хәлдә тыуған сабый ҡыҙ бала табыу йортонда ятып ҡалды.
...Бәләкәй ҡыҙым менән ятҡанда ла ташландыҡ бала яҙмышын күрергә тура килде. Студент ҡыҙ табып ҡалдырып киткән малай ине ул. Эргәләге генә бокста ята. Шул тиклем тыныс. Шешәнән һөт имә лә йоҡлап китә. “Ташландыҡтар ныҡ тыныс була. Ана, һеҙҙекеләр саҡ ҡына берәй нәмә оҡшамаһа, һөрән һала башлай, ә бындай сабыйҙар бөтөнләй икенсе, әйтерһең, тыуыу менән үҙҙәренә әҙерләнгән яҙмышҡа күнгән кеүектәр”, – тигәйне баланы ҡараған шәфҡәт туташы. “Был бәпәйҙе нимә эшләтәһегеҙ?” – тип һорашҡайным. “Тейешенсә ауырлыҡ йыйып, прививкаларын яһағас, сабыйҙар йортона оҙатабыҙ. Һау-сәләмәт тыуған ташландыҡ балаларға, ғәҙәттә, шунда уҡ яңы атай-әсәй табыла, ә бының ише ваҡытынан алдараҡ тыуған, сәләмәтлеге насарыраҡтарҙы уллыҡҡа алырға тырышмайҙар”, – тип аңлатҡайны шәфҡәт туташы.
Ул балалар ҙа хәҙер 16-20 йәш араһындағы егет һәм ҡыҙ булып үҫеп еткәндәрҙер. Ә бына уларҙы бала табыу йортонда ҡалдырып киткән “әсә” тигән бәндәләр нимә уйлап йәшәй, ошо сабыйҙары иҫтәренә төшәме икән?
Фото: twitter.com
Читайте нас