18 йыл элек ҡылынған енәйәттең эҙенә төшкәндәр. Кеше ғүмерен ҡыйған әҙәм аҡтыҡтары закон алдында барыбер яуап тотасаҡ.
2002 йылдың яҙында була был хәл. Полиция бүлексәһенә Өфөләге етештереү-төҙөлөш ойошмаһы бинаһында әллә күпме тән яраһы алған һаҡсының табылыуы хаҡында хәбәр килгән. Әҙәм аҡтыҡтары бахыр ирҙе бысаҡ менән сәнскеләгән. Был ғына етмәгән уларға, 30 мең һум аҡса ла урланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ваҡытта енәйәтселәр табылмаған.
...Бына 18 йыл үткәс, элекке енәйәттәрҙе анализлаған, уларға криминалистик баһалама биргән ваҡытта уғрылыҡ һәм кешеләрҙе үлтереүҙә ғәйепләнгән, ошо енәйәттәр өсөн 2003 йылда ҡулға алынған һәм тәғәйенләнгән яза өсөн иркенән мәхрүм ителгән ике граждан үрҙә әйтелгән енәйәт буйынса ла тикшерелгән. Енәйәтте асыу эшенең уңышлы атҡарылыуы һөҙөмтәһендә был ике кешенең дә 18 йыл элекке аяныслы хәлгә сәбәпсе булыуы асыҡланған. Өҫтәүенә уларҙың берәүһе һаҡсының ғүмерен ҡыйыуын таныған.
Тәфтишселәрҙең фаразлауынса, төндә ике ир предприятиеға аҡса һәм ҡиммәтле әйберҙәрҙе урларға ингән, тик уларҙы һаҡсы енәйәт урынында тотҡан. Уғрыларҙың береһе бысаҡ менән уға сәнсеп ғүмерен ҡыйған.
Әле енәйәт ваҡиғаларын тулыһынса асыҡлау өсөн тәфтиш эштәре үткәрелә. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тип бушҡа әйтмәйҙәр шул.