Йәмғиәт
10 Февраля 2020, 16:30

Ғафуриҙар Өфөгә йыйына

Улар “Торатау” конгресс-холында “Киләсәк беҙҙең ҡулда!” тип аталған форум үткәрә.

Баш ҡалала яҡташтар осрашыуын уҙғарыу - матур йолаларҙың береһе. Был йәһәттән ҡайһы бер райондар бик әүҙем эшләй.
Был иҫәпкә Ғафуриҙы индерергә мөмкин. Улар һуңғы ваҡытта арҙаҡлы яҡташтарын районға ҡунаҡҡа саҡырып, осрашыуҙар ойоштороуҙы юлға һалды. Бының менән генә сикләнмәйсә, 15 февралдә “Торатау” конгресс-холында “Киләсәк беҙҙең ҡулда!” тип аталған форум үткәрәләр. Сараны ойоштороусылар яҡташтарын, баш ҡалала белем алған студенттарҙы, ҡунаҡтарҙы ҡатнашырға саҡыра. Форум көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.
Район хакимиәте студенттар менән араны нығытыу, уларҙы тыуған яҡҡа эшкә саҡырыу, урындағы мөмкинлектәр, социаль ярҙам һәм шарттар менән таныштырыу маҡсатын күҙ уңында тота. Шулай уҡ министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре ҡатнашлығында тематик майҙансыҡтар ойоштороу ҡаралған.
Фото: bel-oz.ucoz.ru
Читайте нас