Йәмғиәт
10 Февраля 2020, 08:40

Башҡортостан ихаталары быйыл да төҙөкләндереләсәк

2020 йылдан 2021 йылға тиклем эштәр Архангел, Асҡын, Балтас, Бөрйән, Дыуан, Кушнаренко һәм Миәкә райондарында алып барыласаҡ.

“Башҡортостан ихаталары” программаһы быйыл нисек тормошҡа ашырылыр? Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында һөйләшеү булды. Программаның нескәлектәре тураһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев һөйләне.
Шулай итеп, быйыл программаны тормошҡа ашырыу өсөн ике миллиард һум самаһы аҡса бүленәсәк. Уның 1 868000 һумы – республика бюджетынан. 390 ихата биләмәһен төҙөкләндереү, 2,3 мең бәләкәй архитектура формаларын ҡуйыу, ике мең яҡтыртҡыс һәм меңләгән яҡтыртыу бағаналары урынлаштырыу, 2,6 мең эскәмйә, 573 видеокамера, ике мең сүп-сар йәшниге, 170 контейнер майҙансығы, 380 кер киптереү урыны, 30 мең погон метр кәртә ҡуйыу планлаштырыла.
Был маҡсатта 1 987000 һум аҡса йүнәлтеләсәк. Алдан әйтеүебеҙсә, уның 1 868000 һумы республика бюджетынан, 99 миллион һумы муниципаль бюджеттарҙан һәм 20 миллион һумы торлаҡ хужалары иҫәбенән алынасаҡ.
Бынан тыш, оператив кәңәшмәлә төҙөкләндереү ике этапта башҡарыласаҡ райондар исемлеге лә аталды. Шулай итеп 2020 йылдан 2021 йылға тиклем эштәр Архангел, Асҡын, Балтас, Бөрйән, Дыуан, Кушнаренко һәм Миәкә райондарында алып барыласаҡ.
Был йәһәттән Радий Хәбиров Хөкүмәткә тулыһынса әҙер булырға, халыҡ менән кәңәшләшеп, уларҙың фекерен иҫәптә тотоп эшләргә ҡушты.
– Ихата башта нисек булған һәм ремонттан һуң ниндәйгә әйләнәсәк – барыһын да халыҡҡа күрһәтергә кәрәк. Муниципалитет сайттарында бар мәғлүмәт булһын, – тине Радий Фәрит улы.
Ул шулай уҡ эштәрҙе башҡарған саҡта мөмкин булғанса үҙебеҙҙең республикала етештерелгән тауарҙарҙы файҙаланырға саҡырҙы.
Фото: patriot-rus.ru
Читайте нас