Йәмғиәт
10 Февраля 2020, 14:30

Гөлназ Асаева: «Йырсы булам тип...»

Гөлназ иһә аптырап ҡалмаған: "Беҙ үҙебеҙҙең ата-әсәләребеҙҙән башҡа донъяға тыуа алмаҫ инек. Мин ғорурланып әйтә алам, сәхнәгә атай-әсәйемдең ярҙамы менән сыҡтым".

Сәхнә йондоҙҙарының тәнҡит һүҙе ишетмәгәне һирәктер ул, моғайын. Уларҙы нисек кенә яманламайҙар, тиргәмәйҙәр, ғәйбәт тә тараталар. Ысынлап та, ниндәй генә йырсы тәнҡит һүҙе ишетмәне лә көйәләнмәне икән.
Яратҡан йырсыбыҙ Гөлназ Асаева ла был урап үтмәгән икән. Бер тамашасы, ҡыҙҙың атаһы Рөстәм Асаев булғанға ғына сәхнәгә сыға алды, тип яҙған. Гөлназ иһә аптырап ҡалмаған: «Беҙ үҙебеҙҙең ата-әсәләребеҙҙән башҡа донъяға тыуа алмаҫ инек. Мин ғорурланып әйтә алам, сәхнәгә атай-әсәйемдең ярҙамы менән сыҡтым. Әммә улар минең өсөн йырламай, концерттар ойоштормай. 15 йәшемдән үҙемде үҙем ҡарайым. Үҙ көсөң, һәләтең юҡ икән, әллә ниндәй ата-әсәң булһа ла килеп сыҡмаҫ», - тип яуап биргән.
Читайте нас